Йәмғиәт
2 Декабрь 2023, 06:00

Яңы йыл шыршыһы күсерелә

Быйыл ул Көньяҡ биҫтәһенең Йәштәр урамындағы майҙансығында урынлашасаҡ.

Яңы йыл шыршыһы күсереләЯңы йыл шыршыһы күсерелә
Яңы йыл шыршыһы күсерелә

Шыршы тирәләй тауҙар, фигуралар һәм лабиринт менән боҙ ҡаласығы барлыҡҡа киләсәк. Бындай ҡарар Башҡортостан нефтен тәүләп асыусылар майҙанындағы ремонт эштәренең тамамланмауына бәйле.

Шулай уҡ Ишембайҙың бер нисә ихатаһында яңы йыл ҡаласыҡтары барлыҡҡа киләсәк. Уларҙы идара итеүсе компаниялар декабрҙең икенсе яртыһында әҙерләй башлаясаҡ. Һәр йылдағыса ҡала биләмәһе хакимиәте ҡалалағы биналарҙың һәм уларға яҡын биләмәләрҙең фасадтарын иң яҡшы яңы йыл биҙәүенә конкурс иғлан итә. Ул 15 декабрҙән 27-һенә тиклем дауам итәсәк. Унда теләгән һәр кем ҡатнаша ала. Бының өсөн фотоматериалдар менән ғаризаны түбәндәге адрес буйынса конкурс комиссияһына тапшырырға кәрәк: Ленин проспекты, 60-сы йорт, 13-сө бүлмә.

 

Гөлназ Ғиниәтуллина фотоһы.

Автор:Гөлнора Йәмилева
Читайте нас