Өс-дүрт көнгә һуҙылған сатнама һыуыҡтарҙан һуң һепертмә буран башланды. Көндөҙ ябалаҡлап ҡар яуһа, төндәрен ыжғырған көслө ел тирә-йүнде, йорт-ҡураны таңға тиклем көрткә сумыра... Бөгөн дә кисләтеп күҙ асҡыһыҙ буран сыҡты. Өй эргәһендәге электр бағаналары илаған тауыш сығарғандай, ҡайҙалыр иҫке келәт бураһының башына ябылған тимер ҡалай бына-бына аҡтарылам тип, ошо иҫкән ҡаты, көслө елгә елберҙәй... Тынлыҡты боҙған төрлө тауыштарҙы тыңлап, күҙҙәрен урам ҡапҡаһына төбәп ята Сафа ҡарттың тоғро эте Барбос. Хужаһын көтә ул. Көнө-төнө ошо ҡапҡанан күҙен алмай. Сафа ҡарттың Ишембай районына китеүенә лә ике ай самаһы. Дөрөҫ, һуңғы осорҙа ҡаты ауырый ине, шуға ла кесе ҡыҙы уны үҙҙәренә алып ҡайтты. Хәле хөртәйеүен белһә лә тыуған ауылын ташлап китергә һис уйламағайны. Ҡаты сир былай ҙа ҡалтырап йөрөгән ҡартты көндән-көн еңә барҙы. Шул ваҡыттан алып Барбос көн дә хужаһын көтә. Ҡайһы саҡта Сафа ҡарттың ике туған ҡыстыһы Рафиҡ бабай йәшәгән йорҡа һуғылып, бер-ике киҫәк икмәкте эләктерә һалып, ихатаға саба. Моғайын, хужаһы һауығып ҡайтып, күптән бикле торған өй ишеген асып, келтер-келтер килеп йөрөйҙөр... Юҡ шул, ҡапҡа алдында ла, өй эсендә лә бер әҙәм дә күренмәй, эҙе лә юҡ. Уйҙарға бирелгән Барбос ҡапҡанан күҙ яҙлыҡтырмай. Шул ваҡыт әллә ныҡ өшөгәнлектән, әллә тамағына күптән йылы аш эләкмәгәнлектән, ҡоторонған бурандың ажғырып үкереүенәнме, күҙ алдында ҡурҡыныс күренештәр хасил булды. Ниңәлер, башҡа ваҡытҡа ҡарағанда бөгөн хужаһы күҙ алдынан китмәй. Ап-аҡ кейем кейгән килеш: “Маһ! Ма-аһ!”- тип ҡайҙалыр саҡыра, ә үҙе бер юғала, бер күренеп ҡала. Ошо ғәжәп хәл бер-нисә тапҡыр ҡабатлана. Шул арала күптән гүр эйәһе булған Хәмит күршеһе Сафа ҡартты ҡайҙалыр етәкләп алып китергә тырыша. Хужаһының ҡарсығы Зифа әбейҙең дә саҡырған тауышы яңғырай. “Ҡарт! Ниңә һуңлайһың? Беҙ һине көтәбеҙ. Оҙаҡлама...” тигән үтенесле һүҙҙәр эттең ҡолағына салына. Барбос хужаһының артынан саңҡылдап-саңҡылдап эйәрергә маташа, ләкин эргәһенә бер нисек тә барып етә алмай. Ниндәйҙер серле көс йә тәрән соҡорға ҡолатып, йә бейек тауға үрләтеп, хужаһын күҙҙән яҙлыҡтыра. “Ыу-уу! Ыу-уу!” – хужаһын юҡһынған эт олоуы ауылды һиҫкәндерҙе. Ул үҙенә урын тапмай, әле тегендә, әле бында атыла: берсә һарай артына, берсә ҡапҡа алдына сығып, олоуын дауам итә. Уға ауылдың башҡа эттәре лә ҡушыла, йөрәк өҙгөс тауыш бик оҙаҡҡа һуҙыла. Барбос таң алдынан ғына йоҡоға тала... Эх-х! Ғүмер тигәнең!... Өс йыл элек хужаның оло улы Фәнис өс-дүрт айлыҡ көсөктө Йомағужа ауылынан алып ҡайтып, ата-әсәһенә ҡалдырып китте. Яңы урын, яңы йорт Барбос өсөн сит донъя кеүек тойолдо. Әбей менән бабай оло ғына йәштә. Эткә Барбос тип исем ҡуштылар. Кемуҙарҙан көсөктө ҡайғырттылар. Иртә таңдан әбей яңы һауылған һөт эсерһә, ҡарт, әбей күрмәгәндә, тәмле ризыҡтар менән һыйлай. Бигерәк тә Сафа ҡарт ихатаға сыҡҡан һайын Барбосты яратып, яғымлы һүҙҙәр менән иркәләй. Һаҡауыраҡ бабай үҙе эш менән булғанда ла этенә иғтибар бүлмәй ҡалмай. Барбос был кешенең аҡыллы, яҡшы күңелле булыуына шикләнмәй, сөнки ул ярҙам һорап килгән күрше-күлән, ауылдаштарының йомошон кире ҡаҡмай. Салғы, балта, бысҡы үткерләргә тиһәң, бөтә ауыл халҡы уға ашыға. Ә Барбос үҙ эшен башҡара, йортҡа инеүсе кешеләргә өрөп, ихатаны һаҡлай. Йорт һаҡсыһы яҙҙы ярата. Хужаһы бәйҙән ысҡындырыу менән яҡындағы күл буйына саба. Ағиҙелдең уң яҡ ярында урынлашҡан был иҫ киткес күл ярым түңәрәк булып йәйрәп ята. Тирә-яғы – тал-тирәк. Апрель аҙаҡтарынан башлап тәлмәрйендәр симфонияһы көнө-төнө яңғырай. Май айынан һандуғастар моңо бер минутҡа ла тынмай. Күл яғынан ел менән бергә иҫкән төрлө-төрлө үлән, күрән-ҡамыш, тал бөрөләре еҫтәре... Үҙе бер мөғжизәә Элек Сафа ҡарт бик оҫта балыҡсы булған, тиҙәр. Һуңғы ваҡытта ул Барбосын эйәртеп саф һауа һуларға күл буйына сығып йөрөр ине. Һыуға ҡарап оҙаҡ ҡына уйлана, һоҡлана. Яр буйында йәшәреп сығып килгән төрлө-төрлө еҫле үләндәр өҫтөнән тегендә-бында өрә-өрә Барбос саба. Ә эргәлә – хужа, ҡышҡы йоҡоһонан уянған тәбиғәт. Ниндәй рәхәтлек! Ниндәй матур был мөғжизәле донъя! Ошолай парлашып-гөрләшеп ҡартлыҡ донъяһында әүҙем генә йәшәп ятҡанда ҡапыл Сафа ҡарттың ҡарсығы донъя ҡуйҙы. Мунса инеп сыҡҡас, ҡан баҫымы күтәрелеп үлде лә ҡуйҙы. Салт аяҙ көндө йәшен һуҡҡандай булды был ваҡиға. Ҡайғыны бик ауыр кисерҙе ҡарт. Ярты быуатҡа яҡын бергә ғүмер иткән пар аҡҡоштарҙың берәүһе яҡты донъянан китеүе – үҙе бер аяныс. Ҡапыл ҡырау һуғыуға тиң булды был юғалтыу. Сафа ҡарт көндән-көн шиңде, ауыҙына йүнләп аш та барманы. Ҡарсығы күҙ алдынан китмәне...Уның менән серләшкәндәй, үҙ алдына һөйләнеп йөрөргә ғәҙәтләнде. Ә ғүмер тигәнең үтә торҙо. Ҡарсығының вафатына ла бер йыл хәҙер. Яралар әкренләп уңалһа ла яңғыҙлыҡ ауыр кисерелде. Ҡарт һирәк-мирәк ҡайтҡылап торған балаларына ҡыуанып, уларға иҫәнлек, бәхет теләне. Ярай әле, эргәһендә тоғро эте бар. Ҡайҙа ғына барһа ла Барбосы ҡойроғон болғай-болғай артынан эйәрҙе. Ни тиһәң дә иптәш, йән эйәһе бит... Элеккеләрҙе төшөндә күреп ятҡанда Барбос ҡапыл уянып китте. Күҙ алдында хәтирәләр түгел, ә ыжғырып торған буран, ҡыш. Күптән таң атҡан. Урамда кешеләр тауышы, мал баҡырышҡаны ишетелә. Тамағы ас булһа ла ҡайҙалыр сығып, темеҫкенеп йөрөгөһө килмәне. Ниңәлер хужаһының бөгөнмө, иртәгәме ҡайтырына өмөтө ҙур. Тағы ла ҡапҡа алдына бер сығып, урам яғына ҡарап бер-ике өрөп алды ла кире һарай ышығына барып, һыйынып ҡына ятты. Күпме ваҡыт үткәндер, бер саҡ Фәнистең тауышын ишетеп, һиҫкәнеп уянды. Ни арала ҡапҡа алдына халыҡ йыйылған кемдер илай, кемдер ипләп кенә һөйләшә. Өнмө, әллә төшмө? Бер минут тирәһе ҡарап ятты эт. Юҡ! Был бит төш түгел! Өн! Барбос алға ынтылды. Хужа ҡайтҡан тигән уй башынан йәшен уты кеүек үтте. Һауыҡҡан, балалары менән ҡайтып төшкән... Ҡабат бер ҡасан да уның артынан ҡалмаясаҡ, үҙен генә бер ҡайҙа ла ебәрмәйәсәк... Иң тәүҙә, сабып барып, алғы аяҡтарын Фәнистең күкрәгенә һалып шыңшырға тотондо. Ләкин уның ҡайғыһы юҡ ине Фәнистә, ул еңелсә генә этте ситкә этәрҙе. Ни өсөн?! Хужаның йортон ташлап китмәгән, ихатаны һаҡлаған, хыянат итмәгән. Иң мөһиме – хужаның ҡайтыуын көткән! Ни өсөн бөтәһе лә һағышлы? Һаман да шул илау-һыҡтау, уфтаныуҙар. Ҡапҡа алдына еңел машина артынса йөк машинаһы килеп туҡтаны. Кешеләр шунда табан атланы. Машина арбаһынан йәшниккә оҡшаш, ағастан эшләнгән оҙон әйбер төшөрҙөләр. Барбос бер нәмә лә аңламаны. Табутты өйгә индергән саҡта ғына хужаһының еҫен абайлап ҡалды. Икенсе көндө иртүк бер төркөм халыҡ ҡайҙалыр йыйынды. Барбос үҙен ҡайҙа ҡуйырға ла белмәне. Инеп-сығып йөрөүсе кешеләр артынан өйгә инергә маташыуы ла күңелһеҙ тамамланды. Көн төшкә ауышҡас, табутты, ат санаһына һалып, ауыл ситенә алып киттеләр. Сафа ҡартты һуңғы юлға оҙатыусылар араһында Барбос та бар ине. Бабайҙы хөрмәтләп ерләгәс, халыҡ ҡайтыр яҡҡа ыңғайланы. Ә Барбос хужаһының яңы ғына барлыҡҡа килгән ҡәберенә башын һалып, оҙаҡ ҡына шым ятты. Ҡара ер өҫтөнә бер-бер артлы күҙ йәштәре тәгәрәне. Туған-тумасалар өйҙәренә таралып бөтөп, эңер төшкәс, халыҡ оло юлдан әкрен генә шыңшый-шыңшый ҡайтып килгән Барбосты күреп, шаҡ ҡатты...
Гөлназ Ғиниәтуллина фотоһы