Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
2 Декабрь 2023, 16:00

ИҢ ЯҠШЫЛАР РӘТЕНДӘ!

Яңыраҡ Өфөлә «Башҡортостан Республикаһының йыл эшҡыуары - 2023» конкурсы еңеүселәрен бүләкләү үтте. Улар араһында ишембайҙар ҙа бар.

ИҢ ЯҠШЫЛАР РӘТЕНДӘ!
ИҢ ЯҠШЫЛАР РӘТЕНДӘ!

«Привалов А.З» крәҫтиән-фермер хужалығы етәксеһе Александр Зиновьевич Привалов «Ауыл хужалығы өлкәһендә йылдың иң яҡшы эшҡыуары» номинацияһында еңде. Скворчиха ауылында урынлашҡан хужалыҡ 2015 йылда ойошторолған. Бында үҫемлекселек һәм малсылыҡ менән шөғөлләнәләр. Хужалыҡ Скворчиха, Верхотор, Этҡол һәм Байғужа ауыл Советтары биләмәһендә урынлашҡан. Александр Зиновьевич хужа һәм аҡыллы етәксе генә түгел, ул меценат булараҡ та билдәле. Йыл һайын “Урындағы башланғыстарға ярҙам” программаһында дүрт ауыл Советы халҡына бағыусылыҡ ярҙамы күрһәтә. Предприятие ауыл тормошонда әүҙем ҡатнаша, йыш ҡына техника менән ярҙам итә.

Быйыл «Йыл эшҡыуары» конкурсы Башҡортостанда 18-се тапҡыр ойошторолдо. 2020 йылдан конкурс ике этапта уҙғарыла: һайлап алыу һәм финал. Һайлап алыу турын Башҡортостан Республикаһының муниципаль райондары һәм ҡала округтары хакимиәттәре үткәрә. Финал (республика) этабында муниципаль кимәлдә еңеүселәр ҡатнаша. Быйыл 16 номинация буйынса 140 ғариза килгән.

 

Фото: https://vk.com/public191991555

ИҢ ЯҠШЫЛАР РӘТЕНДӘ!
ИҢ ЯҠШЫЛАР РӘТЕНДӘ!
Автор:Гөлнора Йәмилева
Читайте нас: