

Ҡыштың тәүге көнө 1 декабрҙә, үҙенең һөнәри байрамын неврологтар - кешенең нервы системаһы ауырыуҙарын диагностикалаусы һәм дауалаусы табиптар билдәләй. Был көн быйыл йомаға тура килә. Һөнәри байрамдары алдынан Ишембай үҙәк район дауаханаһының неврология бүлеге мөдире вазифаһын башҡарыусы Карина Альберт ҡыҙы ИШЕМБАЕВА менән
әңгәмәләштек.
- Хәҙерге медицина неврология ауырыуҙарын тулыһынса дауалай алмай, - ти Карина Альберт ҡыҙы. - Әммә кешене тулы тормошҡа ҡайтарыу, һаулыҡты һиҙелерлек яҡшыртыуға өлгәшеү, ҡайһы берҙә уны аяҡҡа баҫтырыу мөмкин. Неврология ауырыуҙары менән яфаланған кешеләрҙең күбеһе - ул социумдың да, һәр ҡайһыбыҙҙың да проблемаһы. Өҙлөкһөҙ стресс кисергәндә тормош шул тиклем ғәҙәти күренешкә әйләнгән, хатта күптәр быға етди әһәмиәт бирмәй. Әммә көндәлек стресс гормондарҙың, мәҫәлән, адреналиндың бүленеүенә сәбәпсе булып тора, был ҡан тамырҙарының спазмына килтерә. Ул иһә башҡа неврология ауырыуҙары үҫеше өсөн нигеҙ булып тора.
Неврология бүлегендә бөтәһе 37 койка-урын бар. Йылына меңләп пациент дауалана. Поликлиниканан йүнәлтмә буйынса ҡабул ителгән сирлеләр ҙә, «ашығыс ярҙам» менән килеүселәр ҙә бар. Диагноздары төрлө, уларҙы бер нисә категорияға бүлергә мөмкин: баш мейеһенең ҡан тамырҙары ауырыуҙары, инсульт эҙемтәләре, умыртҡа һөйәге проблемалары, двигатель нейроны ауырыуҙары, нефриттар. Тар йүнәлешле пациенттар категорияһы бар - нервы-мускул аппараты, склероз, Паркинсон ауырыуҙары һәм башҡалар. Дистония менән сирлеләр ҙә аҙ түгел - был ауырыу мускулдар тонусының боҙолоуына, кешеләрҙең үҙ тәнен контролдә тота алмауына килтерә. Бүлексәлә башлыса оло йәштәге кешеләрҙе осратырға мөмкин, әммә йәш пациенттар йылдан-йыл арта бара.
Карина Альберт ҡыҙы етенсе класта уҡ табип булырға хыяллана. Мәктәпте тамамлағандан һуң маҡсатлы рәүештә Өфө дәүләт медицина институтына уҡырға инә. Хәҙер инде ете йыл дауаханала табип булып эшләй. Шулай уҡ ул энә-рефлекс терапевты белемен дә үҙләштерә. Ошо йылдар эсендә үҙенең һөнәри оҫталығы, дөрөҫ диагноз ҡуйыуы һәм дауалауы менән ул күп һанлы пациенттарҙың ихтирамына һәм рәхмәтенә лайыҡ булған.
- Беҙҙең коллектив берҙәм, дуҫ. Институтта уҡыған ваҡытта практиканы Ишембай неврология бүлегендә үттем. Шуға күрә лә коллективты күптән беләм. Бергәләп ял итәбеҙ, аҙнаһына ике тапҡыр волейбол уйнарға йөрөйбөҙ. Барыһы ла үҙ эшен яратып башҡара, оҙаҡ йылдар эшләүсе сестрахозяйка Фәнзилә Әхмәрованы, өлкән шәфҡәт туташы Альбина Ғәйетованы айырыуса билдәләп үтәһе килә. Ординатуранан һуң беҙгә яңы табип Милана Гаврилова килде. Коллективҡа тағы табиптар талап ителә, - ти Карина Ишембаева.
Карина Альберт ҡыҙы тормош иптәше менән ҡыҙ һәм ул тәрбиәләй. Ире “Витязь” машиналар эшләү компанияһында инженер булып эшләй. Ә ҡәйнәһе - билдәле табип-невролог Фирҙәүес Искәндәр ҡыҙы Ишембаева, ул хәҙер хаҡлы ялда.
- Районыбыҙҙың неврологтарын һөнәри байрамыбыҙ менән ҡотлайым, уларға рәхмәтле пациенттар, ғаилә именлеге, шатлыҡлы ваҡиғаларҙың күберәк булыуын, ныҡлы һаулыҡ теләйем, - ти Карина Ишембаева.
Кеше эше менән матур. Карина Альберт ҡыҙы кеүек һайлаған һөнәренә тоғро ҡалған, үҙ эшен яратып башҡарған, пациенттарына бер ҡасан да насар йөҙ күрһәтмәгән, изге күңелле табиптар күберәк булһын!
Автор фотоһы.