Йәмғиәт
29 Ноября 2023, 15:00

Беҙ бер төптән

Башҡортостан Мосолмандар Диниә Назараты мөфтийе Айнур Бирғәлин республика башлығы Радий Хәбиров янында һөйләшеүҙән һуң, Газа секторында ауыр хәлдә ҡалған халыҡҡа хәйриә ярҙамы ойоштороу кәрәклеге тураһында хәбәр иткәйне.

Добавить в предпочтительные источники Google
Беҙ бер төптәнБеҙ бер төптән
Беҙ бер төптән

Ишембай ҡала һәм район мосолмандары был хәйриәгә ихлас ҡушылды. Ҡыҫҡа ваҡыт эсендә 1 миллион 30 мең аҡса йыйылып, 9 тонна аҙыҡ-түлек, дарыуҙар һәм башҡа кәрәк-яраҡ оҙатылды.

Аллаһы Тәғәлә ризалығы өсөн ошо изге эштә ҡатнашҡан бар яҡташтарыма оло рәхмәтемде еткерәм.

Автор:Ишембай йәмиғ мәсете имам-хатыбы Илнур хәҙрәт.
Читайте нас