

Штабты ойоштороусыларҙың маҡсаты - махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың ғаиләләренә ярҙам күрһәтеү, уға ирекмәндәрҙе лә йәлеп итеү. Райондың күп кенә ауылдарында махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ярҙам итеү өсөн байтаҡ аҡса һәм көс сарыф иткән кешеләр бар – улар селтәр үрә, йылы әйберҙәр бәйләй, башҡа төрлө ярҙам күрһәтә. Әммә ҡайһы берҙә яугирҙар ғына түгел, ә уларҙың ғаилә ағзалары ла ярҙамға мохтаж, бигерәк тә ауылда шәхси йортта йәшәүселәргә ауырға тура килә. Штабты ойоштороусылар ауылдарҙа йәшәүсе үҫмерҙәрҙең, ирегеттәрҙең ярҙамына иҫәп тота. Сергей Пономарев ауырлыҡтар тураһында ишетеп кенә белмәй. Ул үҙе Верхоторҙа йорт һатып алған, Салауаттан ғаиләһен - ҡатыны Надежданы һәм ике балаһын күсереп алып килгән. Улар алған йорт бик насар торошта булған, унда төҙөкләндереү буйынса эштәр күп әле, әммә иң мөһиме - һыу, ут, газ бар. Сергей дүрт тапҡыр махсус хәрби операция зонаһында булған. Мин Верхоторға килгәндә лә ул өйҙә юҡ ине - алғы һыҙыҡтағы яҡташтарға гуманитар ярҙам алып киткәйне. Күп кенә көнкүреш проблемаларын ҡатыны Надеждаға үҙаллы хәл итергә тура килә.
- Беҙгә барыһы ла ярҙам итә. Әгәр нимәлер боҙолһа, мин ауылдың чатына яҙам йәки Сергейҙың дуҫтарына шылтыратам, - ти ул. - Уҙған ҡыш һыу үткәргес торбалары туңды, күршебеҙ Александр ярҙам итте. Ул һәр ваҡыт беренсе булып ярҙамға ашыға.
Шулай уҡ Надежда ярҙам һорап ауыл хакимиәте башлығына мөрәжәғәт итеү мөмкинлеген дә белә. Мәҫәлән, Пономаревтарҙың йорттарына газ ике аҙна эсендә үткәрелгән. Ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Александр Турчин траншея ҡаҙыу өсөн трактор бүлгән, документтарҙы рәсмиләштереүҙә булышлыҡ иткән. Ҡала эшҡыуарҙары ла ярҙам ҡулы һуҙған. Газ үткәреү өсөн кәрәкле әйберҙәр һатып алғанда хужалыҡ тауарҙары магазиндарының береһе етәксеһе Пономаревтарға тауарҙар хаҡын бүлеп түләү шарты менән, ә бер өлөшөн бушлай биргән. Хәҙер өйҙә йылы һәм бер проблемаһыҙ аш-һыу әҙерләү мөмкинлеге бар. Надежда йорттары янындағы баҡсаларын да тәртипкә килтергән, балаларын - улын һәм ҡыҙын ерҙә эшләргә өйрәтә.
- Мин ауырлыҡтарҙан ҡурҡмайым, - ти ҡатын. - Балалар йортонда үҫтем, үҙемде аяҡҡа баҫтырҙым, мине бер ниндәй ҙә проблемалар ҡурҡытмай, барыһын да хәл итербеҙ. Ә бындай күршеләр һәм дуҫтар менән борсолорға урын юҡ. Ауыр минуттарҙа эргәлә булғандарҙың барыһына ла рәхмәтлемен, был беҙҙең өсөн бик мөһим.
Автор фотоһы.