Йәмғиәт
26 Ноября 2023, 06:00

Улдары өсөн өҙөлөп тора

26 ноябрь – Әсә көнө

Добавить в предпочтительные источники Google
Улдары өсөн өҙөлөп тораУлдары өсөн өҙөлөп тора
Улдары өсөн өҙөлөп тора

Тәбиғәт ҡышҡа аяҡ баҫыр алдынан, ноябрҙең һуңғы йәкшәмбеһендә, беҙ иң ҡәҙерле байрамдарҙың береһен – Әсә көнөн билдәләйбеҙ.

Әсә булыуҙың иң яуаплы һәм изгелекле бурыс икәнен кем генә белмәй икән? Үҙ йорто йылыһын, ҡотон һаҡлаусы ғына түгел, ә бар көсөн, тәжрибәһен ил мәнфәғәтенә йүнәлтеүсе кеше булып та танылған ул донъяла.

Һөйкөмлө, наҙлы, ипле һәм шул уҡ ваҡытта көслө ихтыярлы Зилә Үмәрбаева менән яҡындан танышҡанда ошолар хаҡында уйланылды. Уның менән сәғәттәр буйына һөйләшеп туймаҫбыҙ кеүек ине, әммә күп балалы әсәнең ваҡыты ла сикле, донъя мәшәҡәттәре лә байтаҡ.

Уразбай ауылы һылыуы Зилә һәм Этҡол ауылы егете Рәфис йәшләй генә сәстәрен-сәскә бәйләй. Зилә Шәһит ҡыҙы ете балаға – Земфир, Зәбир, Заһир, игеҙәктәр Азат менән Азамат, Салауат һәм Рәмискә ғүмер бүләк иткән әсә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Салауаттары бәләкәй сағында мәрхүм булып ҡалған. Нисек кенә аяныс булмаһын, махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан Заһирҙы беҙ быйыл ҡыш ерләнек. Әгәр ул иҫән-һау әйләнеп ҡайтһа, атаәсәһенә, туғандарына ҙур терәк булыр ине. Шулай ҙа Зилә менән Рәфис Үмәрбаевтар – ике ейәнсәр һәм бер ейәнгә бәхетле олатай-өләсәй. Ололары Земфир ҡатыны менән Дарина һәм Әминә исемле ҡыҙҙар тәрбиәләй. Зәбирҙең Ислам исемле улы бар. Балаҡайҙар бәхетле булһын, тип теләйһе генә ҡала уларға.

- Бөгөнгө көндә йәштәр матди донъя артынан ҡыуып, күберәк бер йәки ике бала менән генә сикләнә. Һәр бала үҙ ризығы менән тыуа, - тип уртаҡлаша Зилә апай. – Мин бәләкәйҙән балалар яраттым. Үҙемдең әсәйем ауырығас, ағайым менән еңгәм ғаиләһендә тәрбиәләндем. Уларҙың өс балаһын ҡарап үҫтерештем. Ҡулымда гел бәләкәстәр булды. Минән, итәк тулы бала үҫтерерһең инде, тип шаяртып көлә торғайнылар. Ысынлап та, юрағандары юш килде.

...Тик бына Заһирҙы юғалтыуы күңел яраһын әленән-әле ҡуҙғата. Әсә улына ҙур өмөттәр бағлай, өйләнер, балалар үҫтерер, тип хыялланған була.

- Мәктәп йылдарында ул үҙен тик яҡшы яҡтан ғына күрһәтте. Был хаҡта бөтәһе лә шулай тип иҫкә ала. Яуаплы уҡыусы булды, класс етәксеһенең һәм уҡыусыларҙың ҡушҡан эшен шунда уҡ үтәй торғайны, - ти Зилә Шәһит ҡыҙы улы хаҡында. – Һүрәт төшөрөргә яратты, төрлө спорт төрҙәре менән шөғөлләнде. Мәктәп сараларында әүҙем ҡатнашты, “Көрәш”, “Мини-футбол” түңәрәктәренә йөрөй торғайны.

Зилә Үмәрбаева 2021 йылда “Әсәлек даны” миҙалы менән бүләкләнгән. Балалары – уның иң ҙур йыуанысы. Әсә кеше өсөн уларҙың именлегенән һәм һаулығынан да ҙурыраҡ бәхет юҡ. Уның доғалары, теләктәре ҡабул булһын.


Гөлдәр ЙӘРМӨХӘМӘТОВА фотоһы.

Автор:Айһылыу Вахитова
Читайте нас