

Был изге эште Себер тарафтарында вахта ысулы менән эшләп йөрөүсе Йәмилә Волоснова башлап ебәрҙе. Ул йөн бәйләү материалын алып, 1 Май урамында йәшәүсе күрше апайҙарҙы кис ултырырға саҡырҙы. Шулай башланып киткән эште башҡа ҡатын-ҡыҙҙар хуплап, киләһе көндәрҙә үҙҙәренә саҡырҙылар.
Кис ултырырға килгән апайҙар йыр-моңға ла маһирҙар ине. Гармун моңдарына йәшлек йырҙарын йырлап, уҙған ғүмерҙәрен иҫкә төшөрөп алдылар.
Тарих ҡабатлана, тип әйтәһе лә килмәй, шулай ҙа йыйылған апайҙар: “Яу яланында йөрөгән егеттәребеҙҙең аяҡ-ҡулдары өшөмәһен, һәр береһе тыуған яҡтарына, әсәләре, һөйгән йәрҙәре, балалары янына иҫән-һау тиҙерәк ҡайтһындар”, - тигән теләктәрен теләй-теләй бәйләмдәрен тамамланы.
Рәхмәт, ауылымдың матур күңелле апайҙары, эшләгән эштәрегеҙ изге, һәр берегеҙгә сауаптары насип булһын!