Йәмғиәт
22 Ноябрь 2023, 09:00

Спортсы, уҡытыусы, тренер

Түбәнге Әрмет ауылынан Әнүр Кәримов ғүмерен балаларға һәм йәштәргә физик тәрбиә биреүгә бағышлаған.

Спортсы, уҡытыусы, тренерСпортсы, уҡытыусы, тренер
Спортсы, уҡытыусы, тренер

Әнүр Юнир улы Түбәнге Әрмет ауылында тыуып үҫкән, ауылда урта мәктәпте тамамлағандан һуң Стәрлетамаҡ физик культура техникумына уҡырға инә. Беренсе курсты бөткәс әрме сафына алына. Амур өлкәһенең Благовещенск ҡалаһында сик һаҡсылары ғәскәрҙәрендә хеҙмәт иткән. Ике йыл буйы ул эте менән тыйылған әйберҙәр, сит кешеләр сиктән үтеп инмәһен өсөн таможняла тора. Әнүр Кәримов әрме сафынан бик һирәктәр генә лайыҡ булған юғары награда менән ҡайта. М.С.Горбачев ҡултамғаһы менән «СССР сиген һаҡлауҙа күрһәткән батырлығы өсөн» миҙалы менән бүләкләнә. Тыуған ауылына ҡайтҡас, 1992 йылда, ул ваҡыттағы мәктәп директоры Әсҡәт Мортаза улы, уны мәктәпкә физкультура уҡытыусыһы булып эшкә саҡыра. Әнүр Юнир улы директорҙың һүҙен йыҡмай, физкультура техникумына ситтән тороп уҡыуға күсә һәм мәктәпкә эшкә урынлаша.

Бына 31 йыл инде ул Түбәнге Әрмет ауылы мәктәбендә физкультура уҡытыусыһы булып эшләй. Бынан тыш, 12 йыл хәрби хеҙмәткә әҙерләү дәрестәрен дә алып бара. Ошо осорҙа уҡыусылар менән күп ҡаҙаныштарға өлгәшә. Хәҙер инде элекке уҡыусыларының балаларын да уҡыта. Әнүр Юнир улы 2005 йылда ситтән тороп Башҡорт дәүләт педагогия университетының физкультура факультетын тамамлай. Ҡатыны Зөлфирә Әмир ҡыҙы менән дүрт ҡыҙ үҫтереп, төплө белем биргәндәр. Ике ҡыҙҙары башлы-күҙле булып, ғаилә ҡорған. Өсөнсө ҡыҙҙары Өфө фән һәм технологиялар университетында беренсе курста уҡыһа, төпсөктәре ауылда мәктәптә 9-сы класта белем ала. Кәримовтар ике ейәнсәрҙәре һәм бер ейәне менән бәхетле. Зөлфирә Әмир ҡыҙы ла мәктәптә оҙаҡ йылдар башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булып эшләй. Кәримовтар 2012 йылда күркәм йорт һалып ингәндәр. Көн һайын икеһе бер һуҡмаҡтан, бер коллективҡа эшкә баралар, икеһе бер уйҙан булып, ауылда йәштәргә өлгө булып тормош көтәләр. Ҡурала мал-тыуар, йәйен ҡаҙ-өйрәктәр тоталар.

- Мәктәптә уҡығанда еңел атлетика, волейбол менән шөғөлләндем, әле лә ошо спорт төрҙәре минең өсөн яҡыныраҡ. Шулай уҡ бәләкәйҙән саңғы спортын яраттым. Атайымдың бер туған ағаһы уҡытыусы булған, 1943 йылда уны һуғышҡа алып киткәндәр. Үкенескә ҡаршы, тыуған яҡтарына кире әйләнеп ҡайтмаған.
Бәлки, шуға ла мин уҡытыусы һөнәрен һайлағанмындыр ҙа, - ти әңгәмәсем.

Физкультура уҡытыусыһы булып эшләү дәүерендә Әнүр Юнир улы балаларҙа спортҡа һөйөү тәрбиәләү, сәләмәт тормошҡа ылыҡтырыу, “хәрәкәттә - бәрәкәт” икәнлеген төшөндөрөү өсөн бар көсөн һала. Яратҡан һөнәренә бөтә күңелен биреп эшләгәнгә күрә, ҡыуанырлыҡ, ғорурланырлыҡ һөҙөмтәләре лә күп. Уҡыусылары күп кенә район һәм төбәк-ара ярыштар призерҙары булып таныла. Тәрбиәләнеүселәрен яңынаняңы еңеүҙәргә сәмләндергән, рух өҫтәгән уҡытыусының да хеҙмәте күп һанлы Почет грамоталары, дипломдар менән билдәләнгән. Юғары категориялы уҡытыусы “Йыл уҡытыусыһы - 2021” муниципаль конкурсы призеры була. Уҡыусылары менән волейбол буйынса район ярыштарында күп тапҡырҙар беренсе урын яулай. 2016 йылдан алып ауыл Советында инструктор-методист вазифаһын да башҡара. Ауыл йәштәре араһында волейбол буйынса район ярышында беренсе урын алыуға өлгәшәләр.

Һуңғы осорҙа Әнүр Юнир улы үҙен ветерандар спортына арнаған. 2022 йылда ветерандар араһында волейбол буйынса Ишембай ҡалаһы составында республика ярышында ҡатнашып икенсе урын яулағандар. Стәрлетамаҡта волейбол буйынса Башҡортостандың көньяғы ветерандары араһында уҙған ярыштарҙа ишембайҙар өсөнсө урынға лайыҡ булған.

Бөтә булмышын спортҡа, сәләмәт тормош рәүешенә арнаған юғары категориялы уҡытыусы тыуған ауылы, халҡы өсөн тырышып эшләй һәм йәшәй. 2020 йылда Әнүр Юнир улына ауылда сик һаҡсыларына арнап һәйкәл асыу идеяһын тәҡдим итәләр.  Әнүр Кәримов уны хуплай. Көҙөн Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы ветерандарға арналған һәйкәл янына уның фундаменты булдырылһа, яҙын иһә таҡтаташ ҡуйыла. Матди яҡтан ауылда һәм Себер тарафтарында йәшәгән сик һаҡсылары ярҙам итә. Бер йылдан май айында һәйкәлде тантаналы асыу сараһына яҡын-тирәләге райондарҙан 300-ләп сик һаҡсыһы йыйыла. Быйыл иһә уның биләмәһе “Урындағы башланғыстарға ярҙам” программаһы буйынса капиталь төҙөкләндерелә. Әнүр Кәримов 20 йылға яҡын Түбәнге Әрмет ауылындағы һайлау комиссияһы рәйесе вазифаһын да башҡара.

- Күңелде ҡырған мәлдәрҙең береһе - ауылда мәктәптең бөтөп барыуы. Ауыл матурлана, күркәмләнә бара, әммә уҡыусылар һаны йылдан-йыл кәмей. Йәштәргә ауыл тирәһендә эш юҡ, шуға ла улар ҡалаға китә. Элегерәк спорт залына йөрөүселәр һаны ла күп ине. Уҡыусыларҙың да, йәштәрҙең дә бер сәбәпһеҙ залға килмәй ҡалғандары юҡ ине. Хәҙер иһә, юҡ бар сәбәп табып килмәҫкә тырышалар. Балалар спорт менән шөғөлләнер урынға телефондарҙа ултыра. Ауылды һүндермәҫкә тырышайыҡ. Кистәрен спорт залының уты һәр ваҡыт янып торһон ине. Киләсәктә йылҡы малын үрсетеү уйы бар. Бының өсөн арендаға 13 гектар ер алдым.

Шулай бар ғүмерен балаларға белем биреүгә, ҡасандыр үҙенә ҡанат ҡуйып осорған мәктәбенә хеҙмәт итеүгә бағышлаған Әнүр Юнир улының яҙмышы татыу ғаилә, яратҡан эш, уңыштар менән бүләкләгән икән, тимәк, ул быға тулыһынса лайыҡ.


Фото ғаилә архивынан

Спортсы, уҡытыусы, тренер
Спортсы, уҡытыусы, тренер
Автор:Гөлнора Йәмилева
Читайте нас