Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
21 Ноябрь 2023, 10:00

Халыҡты хеҙмәтләндереүҙе еңелләштереү мөһим

21 ноябрь – Рәсәй Федерацияһы һалым органдары хеҙмәткәрҙәре көнө

Халыҡты хеҙмәтләндереүҙе еңелләштереү мөһим
Халыҡты хеҙмәтләндереүҙе еңелләштереү мөһим

Һөнәри байрамды билдәләү өсөн был дата тиктән генә һайланмаған. 1991 йылдың тап ошо көҙгө көнөндә РСФСР Президенты Борис Ельциндың ҡарары менән Дәүләт һалым хеҙмәте ойошторола. Федераль һалым хеҙмәте мөһим дәүләт структураһы булараҡ ошо 32 йыл эсендә танылыу яулап өлгөрҙө – бөгөн бөтә кимәлдәге бюджеттарҙың тулыланыуы һәм йәшәү рәүешебеҙҙең сифаты уның эшмәкәрлегенә бәйле.

Һөнәри байрамдары уңайынан ҡалабыҙҙа урынлашҡан Рәсәй һалым хеҙмәтенең Башҡортостан Республикаһы буйынса 25-се район-ара инспекцияһының хоҡуҡ бүлеге начальнигы Эльвира Полева менән әңгәмә ҡорҙоҡ.

Эльвира Марат ҡыҙы был өлкәлә 21-се йыл эшләй. Ҡасандыр 17-се мәктәпте тамамлап, артабан Ишембай нефть колледжында белем алған ҡыҙ ул саҡта дәүләт структураһында эшләйәсәген күҙ алдына ла килтерә алмай. Тырыш яҡташыбыҙ даими үҙ өҫтөндә эшләүе, белемгә ынтылыуы арҡаһында БДУ-ның тәүҙә – иҡтисад,
һуңғараҡ юридик факультетын тамамлай.

- Хеҙмәт юлымды “ПТЖХ” муниципаль унитар предприятиеһында юрист булып башланым. 2003 йылда һалым хеҙмәтенең элекке начальнигы Гөлдәр Дәүләтшина мине әңгәмәгә саҡырҙы, - тип һүҙ башланы ул. – Ниндәй генә учреждениены алма, әгәр унда ҙур теләк, ышаныс менән киләһең икән, ул һинең икенсе тыуған йортоңа әйләнергә тейеш. Минең менән дә шулай. Беҙҙә хеҙмәткәрҙәрҙең төп өлөшө – күп йылдар эшләп килгән тәжрибәле кешеләр. Шулай уҡ студент эскәмйәһенән йәки башҡа учреждениеларҙан килгән йәштәр ҙә бар. Улар үҙ эштәрен яратып башҡара. Һөнәребеҙ беҙгә даими үҫешергә мөмкинлек бирә, сөнки был өлкәлә яңы индермәләр булдырылып тора. Мәҫәлән, беҙҙең хеҙмәт халыҡ менән эшләгәндә интерактив сервистарҙы ҡулланыу буйынса алдынғы рәттә бара. Был һалым түләүселәр өсөн дә уңайлы һәм еңел ысул. Һалым түләүҙә асыҡлыҡ индерергә ярҙам итә. Үҙебеҙҙең шәхси һанлы платформа булдырылған, алдынғы технологиялар әүҙем ҡулланыла. Шул уҡ ваҡытта һалым түләүселәрҙең грамоталылығын үҫтереүгә лә ҙур иғтибар бирелә.

Эльвира Полева шулай тип белдерә: һалым хеҙмәтенә килгән һәр инспектор, тәү сиратта, халыҡҡа хакимлыҡ түгел, ә социаль-психологик яҡтан хеҙмәтләндереү күрһәтергә һәм талаптарҙың ҡәнәғәтләндереүен тәьмин итергә тейеш. Тап уның белеменән һәм оҫта эш итеүенән һалым түләүселәрҙә дөрөҫ фекер ойоша. Унан килеп, инспектор өсөн зирәклек, сыҙамлыҡ һәм һығылмалыҡ мөһим, сөнки уға эштә даими үҫешергә һәм артабан тырышып эшләргә кәрәк.


Автор фотоһы.

Автор:Айһылыу Вахитова
Читайте нас: