

Ишембай телевидениеһының үҙ тарихы бар, уның хеҙмәткәрҙәре биш йылдан ашыу беҙгә даими рәүештә үҙҙәренең сюжеттарында ҡала һәм район яңылыҡтары, уның кешеләре менән таныштыра.
Телевидениела үҙ һөнәренә мөкиббән киткәндәр, бар донъяларын онотоп эшкә бирелгәндәр, ваҡыттары менән иҫәпләшмәгәндәр генә эшләй ала. Үҙенә тарта, арбай торған һөнәр ул журналистика.
Хеҙмәткәрҙәр төрлө ҡыҙыҡлы, фәһемле һәм тәрбиәүи тапшырыуҙар әҙерләүгә бар тырышлығын һала. Улар район һәм ҡалалағы яңылыҡтарҙы “Сәләм” телеканалы аша бөтә республикаға еткереп тора. Унға яҡын кешенән торған хеҙмәт коллективы директоры - Фәнзил Кәрим улы Әҙелбаев.
Ун йылдан ашыу эш тәжрибәһе булған диктор, рус студияһының яңылыҡтарын алып барыусы, сағыу тауышлы Динә Мурзинаны белмәгән кеше юҡтыр. Ишембай муниципаль районының мәғлүмәт бүлеге начальнигы Динә Мөхәмәт ҡыҙы Ишембай телевидениеһы менән тығыҙ бәйләнештә эшләй.
Тәжрибәле журналистарының береһе, башҡорт редакцияһы редакторы Хәнә Мәҡсүтова “Йырлы бүләк”, “Атайсал”, “Ни хәлдәһең, яҡташ?” тапшырыуҙарын алып бара. Уларҙың ни тиклем уңышлы төшөрөлөүе тураһында телевидениеның Бәйләнештә селтәрендәге төркөмөндә яҙылған комментарийҙарға ҡарап та баһаларға мөмкин. Быйыл тағы ла ике проект өҫтәлгән. Район һәм республика халҡы уны йылы ҡабул иткән. Уҡытыусы һәм остаз йылына арнап район уҡытыусыларына бәйле “Рәхмәтлемен, остазым!” тигән тапшырыу барлыҡҡа килгән.
Төп редактор Айгөл Яҡупова иң актуаль сюжеттарҙы яҡтыртыуы менән айырылып тора. Ул “Телешкола” проектын алып бара. Үҙенең үҙенсәлекле һәм “ҡайнар”
сюжеттарын халыҡҡа тәҡдим итә. Уның төп бурысы – хәҡиҡәтте эҙләү һәм уны табыуҙа ғәҙел булыу, низағтың ике яғы менән дә дөрөҫ аралашыу. Йәғни яңылыҡтар хеҙмәте оператив һәм объектив булыуҙы талап итә. Диктор, хәбәрсе, рус студияһы редакторы Руфина Хужәхмәтованы яңылыҡтарҙа күрергә өйрәнгәнбеҙ. Руфина бар эште еренә еткереп башҡарырға ярата. Шуға ла ул коллективта абруйлы хеҙмәткәр.
Хәбәрсе Милә Мәзитова төбәктә йәшәгән һәм халҡыбыҙҙың онотола барған шөғөл-кәсептәрен тергеҙеп, улар менән шөғөлләнгән ҡул оҫталарын эҙләп табып, улар хаҡында бик матур һәм йылы тапшырыуҙар әҙерләй. Уның Этҡол ауылында “Балалар яңылыҡтары” тип аталған тапшырыуын район халҡы бик йылы ҡабул итте. Өҫтәүенә, Милә Нуриман ҡыҙы телевидениела эш башҡарыусы вазифаһын да үтәй.
Айнур Рәхмәтов һәм Заһир Хәсәнов – оҫта операторҙар. Тапшырыу уңышлы килеп сыҡһын өсөн улар ер аҫтына ла төшөр, бейек тау башына ла менер. Егеттәр һәр киләһе тапшырыу өсөн бөтә көсөн һала һәм эш һөҙөмтәһе менән райондың ғына түгел, ә республиканың бөтә тамашасыларын һөйөндөрә. Программаларҙың уңышы күп осраҡта тап Айнур менән Заһирҙың һәләтенә, оҫталығына бәйле, кадрҙары бик уникаль килеп сыға. Шулай уҡ Ишембай телевидениеһында эшләп киткән оҫта монтажсы һәм оператор Илназ Биҡҡужин БСТ телеканалында бер йылдан ашыу тәжрибә туплап, кире Ишембайға ҡайтҡан. Сергей Селеверстов – Ишембай телевидениһының водителе. Тапшырыу төшөрөргә барғанда үтә алмаҫтай урындарҙы ла автомобилендә еңел генә үтеп сығыуына шул тиклем ныҡ ышана хәбәрселәр – нисә йыл бергә эшләү осоронда ул быны раҫлаған. Бысраҡмы, ямғырмы, буранмы – уның өсөн барыбер. Журналистарҙы кәрәк ергә һәр саҡ үҙ ваҡытында алып барып еткерә.
Урындағы телевидениела рус һәм башҡорт редакциялары эшләп килә. Шаршамбы көн - 20.30 сәғәттә башҡортса, йома ошо уҡ ваҡытта рус телендә ерлектәге тапшырыуҙарҙы күрергә була. Шулай уҡ шәмбе көнө эфирға сыҡҡан “Йырлы бүләк” ҡотлауҙар программаһын да халыҡ яратып өлгөргән.
Үҙен бар яҡлап асҡан, заман менән йәнәш атлаған, креатив, уңышлы һәм маҡсатлы Ишембай телевидениеһы хеҙмәткәрҙәренә артабан да уңыштар юлдаш булһын!
Байрамығыҙ менән, “зәңгәр экран” хеҙмәткәрҙәре!
Фото Ишембай телевидениеһы архивынан.