13 ноябрь көндө Канакай ауыл китапханаһында мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре менән берлектә ветеран укытыусылар ҡатнашыуында "Алтын тирмә" уйыны уҙғарылды.
Уйында ''Остаз" һәм "Бәхетле ҡартлыҡ" командалары ихлас ҡатнашты. Улар үҙ исеме, девизы, йыры менән таныштырҙы. Ярыш бик йәнле, мауыҡтырғыс барҙы.
Ветеран уҡытыусылар үҙ белемдәрен төрлө өлкәлә һынап ҡараны. Оло быуын вәкиле Гөлсирә Хәсәнова мәктәптә эшләгән йылдар тураһында мауыҡтырғыс итеп һөйләне. Алмабикә Ғалина менән Гөлсәсәк Шәрипова бергәләп сығыш яһаһа, Венера Килмөхәмәтова дәртле бейеү көйҙәрен гармунда уйнап ишеттерҙе.
Байрам тәмле сәй табыны артында тамамланды.