

Алмалы ауылында күп балалы ғаиләлә тыуып үҫә ул. Ата-әсәһе балаларының һәр береһенә юғары белем алырға булышлыҡ итә. Бөгөнгө көндә улар араһында төрлө һөнәр эйәләре - табиптар, хәрбиҙәр, ауыл хужалығы белгестәре, инженерҙар, бухгалтерҙар, педагогтар бар. Зөфәр ауыл хужалығы тармағын үҙ итә.
Йәнырыҫ ауылы мәктәбен тамамлағандан һуң әрме сафына алына. Хәрби бурысын үтәп ҡайтҡас Стәрлетамаҡ зооветтехникумына уҡырға инә һәм уны уңышлы тамамлағандан һуң «Победа» колхозында ветеринар табип булып эш башлай. Ул ваҡытта ауылда халыҡ малды күп тота, шуға күрә ветеринарға эш етерлек була. Йәш белгес эше менән бер рәттән Башҡортостан ауыл хужалығы институтын да тамамлай һәм колхоздың баш зоотехнигы итеп тәғәйенләнә. Уның хеҙмәт эшмәкәрлеген башлаған йылдары ауыл хужалығы тармағындағы реформалар осорона тура килә, илгә ауыл хужалығы тауарҙарын етештереү һөҙөмтәлелеген күтәрерлек һәләтле йәш белгестәр талап ителә.
1984 йылда Зөфәр Ғәли улы КПСС-тың Ишембай ҡала комитетына ауыл хужалығы бүлеге инструкторы итеп эшкә алына. Ә 1986 йылда райондың иң эре хужалыҡтарының
береһе булған “Искра” колхозы рәйесе итеп тәғәйенләнә. Рәйес булып эшләгән осорҙа ул көслө коллектив туплай, халыҡтың йәшәү сифатын яҡшыртырға тырыша. Был йылдарҙа колхозда һыу менән тәьмин итеү мәсьәләһе хәл ителә, 286 фатирға газ үтә, төп производство объекттары биләмәләренә асфальт түшәлә. Яр-Бишҡаҙаҡ ауылында фельдшер медицина пункты һәм 100 урынлыҡ клуб төҙөлә. Урман-Бишҡаҙаҡ мәктәбенә төкәтмә эшләнә.
Колхоз йыл һайын дәүләт заказын тотороҡло үтәй. Мал һаны 5500 башҡа тиклем еткерелә. Иген культураларынан һәм шәкәр сөгөлдөрөнән мул уңыш йыйып алына, мал аҙығы өсөн генә 800-ҙән 1000 гектарға тиклем кукуруз һәм башҡа мал аҙығы культуралары сәселә. Яулаған уңыштары өсөн “Искра” колхозы Юғары Совет Президиумының I һәм II дәрәжә дипломдары менән бүләкләнә. Ураҡ эштәре йомғаҡтары буйынса “Урал” мотоциклы һәм ике “Жигули” автомобиле менән бүләкләнә.
1992 йылда Зөфәр Ғәли улы район Советы рәйесе урынбаҫары итеп һайлана. 1998 йылда БР Президенты М.Ғ. Рәхимовтың бойороғо нигеҙендә уға БР-ҙың 2-се класлы баш дәүләт советнигы дәрәжәһе бирелә. 1998 йылдан район хакимиәте башлығының иҡтисад мәсьәләләре буйынса урынбаҫары итеп тәғәйенләнә. 2000 йылда ҡала һәм район хакимиәте ҡушылғандан һуң ауыл хужалығы продукцияһын әҙерләү һәм сифат буйынса сектор мөдире, ә 2006 йылда хакимиәттең ауыл хужалығы идаралығы начальнигы урынбаҫары вазифаһына тәғәйенләнә.
Зөфәр Яҡуповтың күп йыллыҡ намыҫлы хеҙмәте хөкүмәт тарафынан да баһалана. Ауыл хужалығы сәнәғәтен үҫтереүгә ҙур өлөш индергәне өсөн ул БР Ауыл хужалығы министрлығының Маҡтау грамоталары, Ишембай ҡалаһы һәм районы хакимиәтенең рәхмәт хаттары менән бүләкләнә.
Бөгөнгө көндә хаҡлы ялда булған Зөфәр Ғәли улы Яҡупов йәштәргә үрнәк булып тора.