Йәмғиәт
13 Ноябрь 2023, 08:00

Ауыл хәбәрҙәре

Көндәрҙең ямғырлы булыуына ҡарамай Яңы Һәйет ауылы халҡы ихлас итеп мәсетте төҙөкләндереү эшен дауам итә.

Ауыл хәбәрҙәреАуыл хәбәрҙәре
Ауыл хәбәрҙәре

Аллаға шөкөр, тәү сиратта мәсет манараһы ултыртылды. Үҙебеҙҙең ауыл егеттәре Хайруллин Фәнис, Зәйнуллин Айнур, Вахитов Илфат манараны тимерҙән эретеп йәбештереп, профнастил менән ҡаплап, техника ярҙамында мәсет башына ултыртты. Ауыл ир-егеттәренең йәше, ҡарты ихласлап ҡыйыҡ ябыу, мәсет янына утын түбәләге, бәҙрәф эшләү, утын әҙерләү эше менән мәж килде. Ҡатын-ҡыҙҙар өмәселәргә йылы аш әҙерләп, ҡоймаҡ, бәлештәре менән сәй табыны әҙерләне.

 

Фото: https://vk.com/club144787874

Ауыл хәбәрҙәре
Ауыл хәбәрҙәре
Ауыл хәбәрҙәре
Ауыл хәбәрҙәре
Автор:Яңы Һәйет ауыл мәҙәниәт йорто.
Читайте нас