Йәмғиәт
11 Ноября 2023, 05:00

ОСРАШЫУ ФӘҺЕМЛЕ БУЛДЫ

Йыл һайын 8 ноябрҙә Рәсәйҙә эске эштәр органдары хеҙмәткәрҙәре Хәтер көнөн билдәләй. Был көндө хеҙмәт бурысын үтәгәндә һәләк булғандарҙы иҫкә алалар.

Добавить в предпочтительные источники Google
ОСРАШЫУ ФӘҺЕМЛЕ БУЛДЫОСРАШЫУ ФӘҺЕМЛЕ БУЛДЫ
ОСРАШЫУ ФӘҺЕМЛЕ БУЛДЫ

Ошо иҫтәлекле дата уңайынан Ишембай һөнәрселек колледжы студенттары РФ Эске эштәр министрлығының Ишембай районы буйынса бүлегендә осрашыуҙа булды. Үҫмерҙәр алдында участка инспекторҙары начальнигы урынбаҫары, бәлиғ булмағандар эштәре буйынса инспекция начальнигы Ольга Сапа, шәхси состав менән эшләүсе бүлек начальнигы урынбаҫары Фирүзә Әбдрәхимова, ошо уҡ бүлектең рота командиры урынбаҫары Евгений Гриневич сығыш яһаны.

Ольга Григорьевна студенттарға мутлашыусылар тураһында ентекле аңлатып үтте.

- Республикала бәлиғ булмағандар ҡатнашлығында мутлашыуҙар артты, - тип һүҙ башланы ул. - Күп осраҡтарҙа үҫмерҙәр эштең нимәлә икәнен аңламай ҙа ҡала. Уларға ҙур аҡса эшләргә тәҡдим итеп, СМС-хаттар ебәрелә. Йәнәһе лә, билдәле адрес буйынса барып, сумканы алырға кәрәк. Артабан үҫмер ундағы аҡсаны йә килтереп бирергә, йә иҫәпкә күсерергә тейеш. Шулай итеп, был енәйәттә ҡатнашыу булып сыға. Бындай эштәргә тотонор алдынан ныҡлап уйлағыҙ. Енәйәт өсөн штраф санкциялары миллион һумға тиклем етә. Таба алмаҫтар, белмәҫтәр, тип уйламағыҙ, бөтә ерҙә видеокүҙәтеү бар.

Был көндә ведомство хеҙмәткәрҙәре студенттар менән һөнәри йүнәлеш буйынса әңгәмә ҡорҙо.

- Беҙ һөнәри йүнәлеш буйынса эш йәйелдерҙек. Эске эштәр министрлығының Өфө юридик институтына уҡырға теләүселәр беҙгә мөрәжәғәт итә ала, - тип белдерҙе шәхси состав менән эшләүсе бүлек начальнигы урынбаҫары Фирүзә Әбдрәхимова. - Был хаҡта яҡшылап уйлағас, беҙгә ноябрь - ғинуар айҙарында мөрәжәғәт итә алаһығыҙ. Ата-әсәйҙәрегеҙ менән дә һөйләшербеҙ. Был институтта дүрт йыл бушлай уҡыталар, ашатыу, форма менән тәьмин итеү, ятаҡ биреү - барыһы ла ҡаралған. Стипендия ла юғары. Әйтергә кәрәк, уҡыу осоро стажға инә. Тимәк, вузды тамамлағандан һуң 16 йылдан пенсияға сығыу мөмкинлеге бар.

Сара аҙағында студенттарға РФ Эске эштәр министрлығының Ишембай районы буйынса музейына экскурсия ойошторолдо. Бында улар төрлө йылдарҙа эшләгән һәм батырлыҡтары өсөн наградланған хеҙмәткәрҙәр тураһында ҡыҙыҡһынып тыңланы, үҙҙәре өсөн күп мәғлүмәт алды.


Автор фотолары.

ОСРАШЫУ ФӘҺЕМЛЕ БУЛДЫ
ОСРАШЫУ ФӘҺЕМЛЕ БУЛДЫ
ОСРАШЫУ ФӘҺЕМЛЕ БУЛДЫ
Автор:Айһылыу Вахитова
Читайте нас