

Көндәреңде өмөт нуры балҡытһын, ғүмер йомғағың шатлыҡ-һөйөнөстәргә генә тулып, тик алға тәгәрәһен. Хоҙай сабырлыҡ бирһен, тормош ауырлыҡтарына бирешмәй, һәр атҡан таңға, яуған ҡарҙарға, килгән яҙҙарға ҡыуанып, кешеләрҙе һоҡландырып, үткәнгә үкенмәй, бәхетле ғүмер кисерергә яҙһын.
Киләсәктә лә бөгөнгөләй алсаҡ йөҙлө, дәртле, йәш йөрәкле, киң күңелле терәгебеҙ булып, яҡындарыңдың, дуҫтарыңдың шатлыҡ-ҡыуанысына төрөнөп, балаларыңдың игелеген күреп, иҫәнлек-һаулыҡта, байлыҡ-муллыҡта, күңел тыныслығында, матур уйҙар солғанышында оҙаҡ йәшәргә насип булһын!
Гел шатланып йәшә, хәсрәт күрмә,
Тыныс булһын һәр саҡ күңелең.
Бәрәкәтле, матур тормош һиңә,
Ҡояштарға тиңе ғүмерҙең.
Яҡты ҡояш һәр саҡ юлдаш булһын,
Шатлыҡ тойоп типһен йөрәгең.
Ауырлыҡтар һине урап үтһен,
Ҡабул булһын һәр бер теләгең!
Ҡотлау менән ирең, балаларың, ейән-ейәнсәрҙәрең.
#ҡотлауҙар