Йәмғиәт
4 Ноябрь 2023, 03:00

4 ноябрь – Халыҡтар берҙәмлеге көнө

Хөрмәтле ишембайҙар!

4 ноябрь – Халыҡтар берҙәмлеге көнө4 ноябрь – Халыҡтар берҙәмлеге көнө
4 ноябрь – Халыҡтар берҙәмлеге көнө

Һеҙҙе Халыҡтар берҙәмлеге көнө менән ҡайнар ҡотлайбыҙ!

Халыҡтар берҙәмлеге көнө - Рәсәй халҡы берҙәмлегенең тәрән тарихи тамырҙарын сағылдырған байрам. Бөгөн беҙ үҙебеҙҙе бөйөк үткәне, лайыҡлы бөгөнгөһө һәм яҡты киләсәге булған берҙәм һәм көслө дәүләттең граждандары икәнлегебеҙҙе айырыуса асыҡ аңлайбыҙ.

Ишембай районында төрлө дин һәм сәйәси ҡараштарҙы тотҡан күп милләт вәкилдәре йәшәй. Райондың һәр кешеһе иҡтисади һәм мәҙәни потенциалды үҫтереүгә үҙ өлөшөн индерә, мөнәсәбәттәрҙе нығытыуға булышлыҡ итә.

Халыҡтар берҙәмлеге көнө иң яҡшы йолаларҙы - илһөйәрлекте, бер-береңә ярҙам итеүҙе һәм берҙәмлекте нығытыу өсөн лайыҡлы сәбәп булһын! Хәҙер берҙәм булыу, Президентыбыҙ, армиябыҙ тирәләй берләшеү осоро! Тормошобоҙҙа – эштә һәм уҡыуҙа, ғаиләләребеҙҙә һәм дуҫтарыбыҙ менән аралашыуҙа һәр ваҡыт тыныслыҡ һәм татыулыҡ булһын. Барығыҙға ла изгелек, бәхет һәм именлек теләйбеҙ!


Галина БАКАНОВА, Ишембай районы муниципаль районы Советы рәйесе.

Азат ИШЕМҒОЛОВ, Ишембай районы муниципаль районы хакимиәте башлығы.

Автор:
Читайте нас