

Улар рәтендә беҙҙең район да бар. Радий Фәрит улы Ишембай районына “Ауыл хужалығы продукцияһын етештереүҙә юғары күрһәткестәргә өлгәшкәне өсөн” дипломын тапшырҙы.
Бөгөнгө көндә район биләмәһендә ауыл хужалығы продукцияһын етештереү менән дүрт предприятие, 83 крәҫтиән-фермер хужалығы һәм шәхси эшҡыуар, ете ауыл хужалығы кооперативы шөғөлләнә, шулай уҡ 11 меңдән ашыу шәхси ярҙамсыл хужалыҡ эшләп килә.
Юғары ҡаҙаныштар артында аграрийҙарҙың көндәлек көсөргәнешле хеҙмәте тора. Ҡатмарлы һауа шарттарына ҡарамаҫтан, быйыл улар яҡшы уңыш алыуҙары менән ҡыуандырҙы.
Барығыҙға ла һөнәри оҫталығығыҙ, эшһөйәрлегегеҙ өсөн рәхмәт белдерәбеҙ.