

Был байрам Ватаныбыҙ тарихындағы данлы ваҡиға – 1612 йылда Минин һәм Пожарскийҙың халыҡ ополчениеһы тарафынан Мәскәүҙе сит ил баҫҡынсыларынан азат итеү, бойондороҡһоҙ Рәсәй дәүләтселеген тергеҙеү хөрмәтенә булдырылды.
Ошо уңайҙан ҡала мәҙәниәт һарайында ҙур байрам ойошторолдо.
Муниципаль район хакимиәт башлығы Азат Ишемғолов Зәки Вәлиди исемендәге 2-се башҡорт гимназия интернатының математика уҡытыусыһын «Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы» тигән маҡтаулы исем алыуы, мәғариф идаралығы методисы Эльвира Семеноваға РФ Мәғариф министрлығының «Мәғариф отличнигы» түш билдәһе тапшырылыуы менән ҡотлап үтте.
- Быйыл белем биреү өлкәһендә эшләүемдең юбилей йылы - 35 йыл. Был һөнәрҙе һайлауыма үкенмәйем, балалар менән эшләүе оҡшай. Бигерәк тә уларҙың юғары техник вуздарға уҡырға инеп, классификациялы белгестәр булып китеүҙәре ҡыуандыра. Араларында математика уҡытыусыһы эшен һайлап, мәктәптә белем биргәндәр ҙә бар. Уларҙың һәр береһе өсөн ғорурланам, - ти Фәрүәз Әнүәр улы.
Автор фотолары.