Йәмғиәт
2 Ноября 2023, 17:00

Ауыл хәбәрҙәре

Ҡолғона ауылы халҡы ла махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яугирҙарға ярҙам йыйыуҙа дәррәү ҡатнашты. Гуманитар ярҙам йыйыу ауыл биләмәһе хәкимиәтендә ойошторолдо.

Добавить в предпочтительные источники Google
Ауыл хәбәрҙәреАуыл хәбәрҙәре
Ауыл хәбәрҙәре

Бар эштә лә әүзем ҡатнашҡан эшҡыуар ир-егеттәр УРАЛ-4320 машинаһын һатып алып, капиталь ремонт эшләне. Ошо уҡ машинаға гуманитар ярҙамды тейәп алып сыҡтылар.
Дәриғәт Кульчиков еңел машинаһын, шулай уҡ ҡарағай таҡта тапшырҙы.

Аҡсалата ярҙам йыйыу Ләйсән Ямалова иңенә төштө. Йыйылған аҡсаға УАЗ-буханка, 2 бысҡы кәрәк-ярағы, 12 пар итек, 12 пар йылы галош, 5 йәшник газ баллоны, термобелье, перчаткалар һатып алынды.

Ҡолғона ауыл амбулаторияһы коллектиы, мәктәп хеҙмәткәрҙәре, “Ағинәйҙәр ойошмаһы”, магазин тотҡан эшҡыуарҙар, ҡалала йәшәгән ауылдаштарыбыҙ ҙа берҙәм эшкә әүҙем ҡушылды.

Ауыл биләмәһе хакимиәтендә эшләгән ҡатын-ҡыҙҙар маскировка селтәре әҙерләне, шулай уҡ ҡышҡы салаттар, аҙыҡ-түлек, аҡсалата ярҙам күрһәтте.

Ауыл биләмәһенә ҡараған ауылдар ҙа ситтә ҡалманы: Яңы Һәйет, Иҫке Һәйет, Ҡалыу–Айры ауылы халҡы ла үҙ өлөшөн индерҙе.

Ил иңенә төшкән ауыр ваҡыттарҙа халыҡтың берҙәм булыуы ҡыуандыра. Күмәкләгән - яу ҡайтарған, берҙәмлектә беҙҙең көс! Ауыл биләмәһе хакимиәте исеменән барыһына ла ҙур рәхмәт белдерәбеҙ.

 

Фото: https://vk.com/club118987140

Ауыл хәбәрҙәре
Ауыл хәбәрҙәре
Ауыл хәбәрҙәре
Ауыл хәбәрҙәре
Ауыл хәбәрҙәре
Ауыл хәбәрҙәре
Автор:Ҡолғона ауыл моделле китапханаһы.
Читайте нас