Был ысул астманан, пневмониянан, туберкулездан, йөрәк ауырыуҙарынан, йоҡоһоҙлоҡтан, артриттан, йүтәлдән һәм башҡа күп сирҙәрҙән дауа булып тора.
Һарымһаҡ микробҡа ҡаршы тороу һәләтенә эйә, көслө антиоксидант булып тора.
Төнәтмәне әҙерләү өсөн 250 мл һыу, таҙартылған 10 теш һарымһаҡ, 500 мл һөт, 2-3 сәй ҡалағы шәкәр кәрәк.
Кәстрүлгә һөт һәм һыуҙы ҡойорға һәм уға туралған һарымһаҡты һалырға. Һәр ваҡыт болғап, ҡайнау хәленә еткерегеҙ. Ҡайнап сығып, бер 15 минуттан уны һөҙөп алырға һәм һөткә шәкәр ҡушырға. Эҫе көйө генә эсегеҙ.
Пневмония менән көрәшеү өсөн көнөнә өс тапҡыр ошо рецепт буйынса һөт эсергә.
Йүтәл йонсотһа, һарымһаҡлы һөткә куркума ла өҫтәп ебәрегеҙ.
Табип менән кәңәшләшергә онотмағыҙ!