Йәмғиәт
30 Октября 2023, 08:00

Һунарсы булған ырыуым, һунарсы ата-бабам...

Этҡол ауылынан Ғариф Ҡолбаев оҙаҡ йылдар егерь булып эшләй. Бөгөнгө көндә ул “Ишембай” дәүләт заказнигында инспектор вазифаһын алып бара.

Добавить в предпочтительные источники Google
Һунарсы булған ырыуым, һунарсы ата-бабам...Һунарсы булған ырыуым, һунарсы ата-бабам...
Һунарсы булған ырыуым, һунарсы ата-бабам...

Һунар итеү ир-егеттең тәбиғи асылындағы иң боронғо шөғөл. Һунарсылыҡ тәбиғәте - ул эҙләү, эҙәрлекләү, күҙәтеү, өйрәнеү, һағалау. Тағы ла һунарсы асылына тәбиғәтте белеү, эҙҙәрҙе аңлау, ер-һыуҙы таныу, һауа торошон күҙәтеү, миҙгелдәргә бәйле үҙенсәлектәрҙе төшөнөү, йондоҙҙар һәм башҡа күренештәргә ҡарап хәрәкәт итеүгә һәләтле булыу, йәнлек-ҡошҡорттоң холоҡ-фиғелен белеү хас. Унан ҡалһа, ҡыйыулыҡ, саялыҡ, сабырлыҡ та төп сифаттар. Ошондай хас сифаттарға эйә Ғариф Зариф улы.

Ғариф ағай бәләкәйҙән Башҡортостандың хозур тәбиғәтенә ғашиҡ. Мәктәптән һуң Стәрлетамаҡ төҙөлөш техникумында уҡып диплом ала. Әйткәндәй, буласаҡ ҡатыны Зөлфирә Кәфи ҡыҙы ла ошо уҡыу йортон тамамлай. Урман, уны һаҡлау, ҡурсалау теләге егетте үҙенә арбай, шуға ла ул ауылда төпләнергә ҡарар итә һәм 1980 йылда егерь булып эш башлай. Ғариф Ҡолбаев 15 йыл БР буйынса “Россельхознадзор” идаралығында дәүләт инспекторы, йәки райондың төп һунарсыһы була.

Хаҡлы ялға сыҡҡас республика әһәмиәтендәге “Ишембай” дәүләт заказнигы инспекторы булып күсерелә. Был биләмәләрҙең айырым статусы тәбиғәттең уникаль мөйөштәрен, һирәк осрай торған үҫемлектәрҙе һәм хайуандарҙы һаҡларға ярҙам итә. Инспектор Ишембай районы биләмәһендә 1971 йылда хайуандар донъяһын һаҡлау, тергеҙеү, үрсетеү маҡсатында заказник ойошторолоуы хаҡында һөйләне:

- Инспекторҙың төп бурысы – тәбиғәтте һаҡлау. Уның эшмәкәрлегенә заказник биләмәһен ҡарап сығыу, ҡырағай хайуандарҙы миҙгелле туҡландырыу, мал аҙығы һәм тоҙ һалыу өсөн ҡоролма төҙөү, мәғлүмәт аншлагтарын яңыртыу, янғынға ҡаршы режимды үтәүҙе тикшереү һәм башҡалар инә. Браконьерлыҡ, территорияны бысратыу, усаҡ яғыу һәм башҡа ҡағиҙә боҙоуҙарҙы ваҡытында асыҡлау маҡсатында биләмәне даими патрулләү зарур. Һуңғы йылдарҙа ҡабандар һаны артты. Ҡышҡыһын был хайуандарҙы заказник хеҙмәткәрҙәре өҫтәмә туҡландыра. Шулай уҡ ирекмәндәр ҙә ярҙам итә. Браконьерлыҡ буйынса күп кенә рөхсәтһеҙ һунарсыларҙың мылтыҡтарын тартып алырға тура килә.

Ғариф Зариф улының дөйөм хеҙмәт стажы 43 йыл. Ул республиканың һунарсылар һәм балыҡсылар ассоциацияһының маҡтаулы ағзаһы, фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн почет грамоталары менән бүләкләнгән. Ҡатыны Зөлфирә Кәфи ҡыҙы менән Гөлдәр, Илнур, Айнур исемле өс бала тәрбиәләп үҫтергәндәр. Ҡолбаевтар һигеҙ ейән-ейәнсәргә бәхетле олатай-өләсәй.

Ғариф ағай эттәр ярата. Йыл һайын һунар эттәре күргәҙмәһе үткәрә, был шөғөлгә йәштәрҙе ылыҡтыра. Эттәр күргәҙмәһе - тоҡомло мал хужаларын да, тамашасыларҙы ла йәлеп иткән матур сара. Дүрт аяҡлы дуҫтарының оҫталығын күрһәтеү, башҡа эт тотоусылар менән аралашыу һәм уны аҫрау буйынса яңы белем алыу мөмкинлеге барлыҡҡа килә. Бынан тыш йылына ике тапҡыр һынауҙар үткәрелә.

Ғариф Зариф улының алты йәшендә үк тәүге лайка тоҡомло эте булған. Шуға ла үҫмер сағынан эттәр уның ысын дуҫына әйләнә. Әле ике сапҡынсы һәм ике лайка тоҡомло эте бар. Эттәр менән улы ла, ейәндәре лә мауыға.

Хәҙерге заман һунары ниндәйҙер табыш артынан ҡыуыуҙан бигерәк күңел талабына, үҙенсәлекле ял, тәбиғәт менән аралашыу ысулына әйләнде, тиһәк тә була. Был йәһәттән иһә Башҡортостаныбыҙҙың ҡоласы киң: икһеҙ-сикһеҙ урмандары, бейек-бейек тауҙары, диңгеҙҙәй йәйрәп ятҡан күлдәре, ярһып аҡҡан йылғалары йәнде арбай. Халҡыбыҙҙың боронғо кәсебен тергеҙеп, уны һаҡлап ҡалыуҙа тос өлөш индергән яҡташыбыҙҙың хеҙмәте маҡтауға лайыҡ.

 


Фотолар Ғариф Ҡолбаевтың шәхси архивынан.

Һунарсы булған ырыуым, һунарсы ата-бабам...
Һунарсы булған ырыуым, һунарсы ата-бабам...
Һунарсы булған ырыуым, һунарсы ата-бабам...
Автор:Гөлнора Йәмилева
Читайте нас