

Ишембайҙың сәнәғәт, төҙөлөш һәм ауыл хужалығы, сауҙа һәм хеҙмәтләндереү өлкәһе предприятиеларының тотороҡло эшмәкәрлеге автомобиль транспорты хеҙмәткәрҙәренең көсөргәнешле эше менән тәьмин ителә.
Ҡалала һәм районда шәхси автомобилдәр паркы даими үҫә, ә автобус маршруттары элеккесә ҡала һәм ҡала яны йәмәғәт транспортының төп нигеҙе булып тора.
Водителдәрҙе һәм инженер-техник хеҙмәткәрҙәрҙе, механиктарҙы һәм автослесарҙарҙы, диспетчерҙарҙы һәм кондукторҙарҙы, транспорт хеҙмәттәрен башҡарыуҙы тәьмин иткән тиҫтәләгән белгестәрҙе һөнәри байрамдары менән ихлас ҡотлайым.
Күп йылдар автомобиль транспортын үҫтереүгә бағышлаған тармаҡ ветерандарына айырым рәхмәт һүҙҙәрен еткерәм. Профессиональ водителдәргә һәм һәүәҫкәр
автомобилселәргә уңышлы юлдар, үҙ-ара ихтирам, һаулыҡ һәм именлек теләйем!
Азат ИШЕМҒОЛОВ, Ишембай районы муниципаль районы хакимиәте башлығы.
Фото: Гөлназ Ғиниәтуллина һәм редакция архивынан.