Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
29 Октябрь 2023, 11:00

Эшенә лә, балаларға ла яуаплы

29 октябрь – Автомобиль транспорты хеҙмәткәрҙәре көнө

Эшенә лә, балаларға ла яуаплы
Эшенә лә, балаларға ла яуаплы

Октябрь айы иң кәрәкле һөнәр эйәләренең байрамы – автомобиль транспорты хеҙмәткәрҙәре көнө менән тамамлана. 1976 йылдан билдәләнә башлаған был дата хәҙер халыҡта водителдәр көнө тип йөрөтөлә.

Ошо байрам уңайынан үҙ һөнәренә яуаплы ҡараған кешеләрҙең береһен – Петровск мәктәбе водителе Мәжит Минебай улы Низаметдиновты редакцияға ҡунаҡҡа саҡырҙыҡ. Мәжит ағайҙың дөйөм хеҙмәт стажы – 43 йыл, белем биреү учреждениеһында 2014 йылдан алып эшләй.

- Бала саҡтан күп малайҙар һымаҡ шофер булырға хыялландым. Шунлыҡтан уңыш йыйыу ваҡытында гел баҫыуҙа водителдәр араһында йөрөнөм: быныһын ҡарайым, тегенеһен өйрәнәм, - тип иҫкә ала яҡташыбыҙ. – Тыуған ауылым Үрге Әрмет мәктәбен тамамлағас, Салауат ҡалаһында урынлашҡан ДОСААФ автомәктәбенә уҡырға индем. Артабан Пермь өлкәһендә авиация ғәскәрҙәрендә ике йыл водитель булып хеҙмәт иттем. Шулай итеп, ғүмерем буйы тиерлек руль артындамын.

Әлеге мәлдә Петровск мәктәбен өс водитель хеҙмәтләндерә. Мәжит Минебай улы уҡыусыларҙы Алмалы, Васильевка, Павловка, Бәрҙәшле ауылдарынан йөрөтә. Ҡалған ике водитель, Әнүәр Әбдрафиҡов менән Шамил Бирғәлиев, балаларҙы Яңы Йорт, Йәнырыҫ, Ҡыяуыҡ, Екатериновка, Михайловка ауылдарынан барып ала.

- Бынан тыш, уҡыусыларҙы походҡа, экскурсияға, ҡалаға киноға, спектаклдәргә һәм концерттарға йөрөтәбеҙ, - ти Мәжит ағай. – Балалар менән эшләүе үтә яуаплы. Уларға һәр саҡ әҙәп, тәртип тураһында иҫкәртеп торорға кәрәк. Сөнки юл иғтибарлыҡты, түҙемлекте талап итә.

Мәктәп водителдәре менән мәғариф идаралығының административ-хужалыҡ бүлеге буйынса начальник урынбаҫары Ләйсән Ғарифуллина кураторлыҡ итә.

- Мәжит Минебай улы иң яуаплы һәм өлгөлө водителдәрҙең береһе. Ниндәй генә эш булмаһын, шунда уҡ уға мөрәжәғәт итәбеҙ. Балалар менән олимпиадаларға, конкурстарға барырға, алыҫ райондарға эш буйынса сығырға уны саҡырабыҙ, - тип ихлас уртаҡлаша Ләйсән Илдус ҡыҙы. – Беҙ эшкә ныҡлы тикшереп, яуаплы, тәртипле водителдәрҙе алабыҙ. Мәктәпкә килгәнгә тиклем уларҙың стажы өс йыл булырға тейеш.

Водителдәр көн һайын рейсҡа тиклем һәм унан һуң медицина  тикшереүе үтә. Шуныһы ҡыуаныслы, Мәғариф министрлығы йыл һайын муниципаль район мәктәптәренә ике-өс автобус бүлеп тора. Был йәһәттән проблема юҡ.

Мәктәп водителе Мәжит Низаметдинов ҡатыны Нәжибә апай менән ике балаға ғүмер биреп аяҡҡа баҫтырған. Ҡыҙҙары Ирина һәм улдары Ирек башлы-күҙле булып, үҙ тормошо менән йәшәй. Нәжибә апай 23 йылдан ашыу Петровск балалар йортонда тәрбиәсе ярҙамсыһы булып эшләй. Мәжит ағай, байрамың менән, хәйерле юлдар һиңә!

 


Автор фотоһы.

Автор: Айһылыу Вахитова
Читайте нас