Йәмғиәт
22 Октября 2023, 09:04

Этҡолдар яугир менән хушлашты

Бөгөн, 22 октябрҙә, Үрге Этҡол ауылында махсус хәрби операция зонаһында ҡатнашҡан яугир Рөстәм Әмир улы Рәхимовты һуңғы юлға оҙаттылар...

Добавить в предпочтительные источники Google
Этҡолдар яугир менән хушлаштыЭтҡолдар яугир менән хушлашты
Этҡолдар яугир менән хушлашты

Рөстәм Рәхимов 1990 йылдың 7 майында донъяға килгән. Үрге Этҡол мәктәбен тамамлай, артабан 21-се һөнәрселек училищеһына уҡырға инә. Егет армияла хеҙмәт итеп ҡайта.

Уҡытыусылары һәм класташтары иҫкә алыуынса, ул яуаплы, ярҙамсыл, тырыш уҡыусы була. Мәктәп һәм класс сараларында әүҙем ҡатнаша.

2022 йылдың 27 сентябрендә махсус операция зонаһында ҡатнашыу өсөн мобилизациялана. Хеҙмәт осоронда үҙен тик яҡшы яҡтан ғына күрһәтә, намыҫ һәм хәрби бурыс төшөнсәһенә яуаплы ҡарай.

2023 йылдың 12 октябрендә хәрби йөкләмәләр үтәгәндә геройҙарса һәләк була.

Яугирҙың яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ.

 

Автор фотолары.

Этҡолдар яугир менән хушлашты
Этҡолдар яугир менән хушлашты
Этҡолдар яугир менән хушлашты
Этҡолдар яугир менән хушлашты
Этҡолдар яугир менән хушлашты
Этҡолдар яугир менән хушлашты
Этҡолдар яугир менән хушлашты
Этҡолдар яугир менән хушлашты
Этҡолдар яугир менән хушлашты
Этҡолдар яугир менән хушлашты
Этҡолдар яугир менән хушлашты
Этҡолдар яугир менән хушлашты
Этҡолдар яугир менән хушлашты
Этҡолдар яугир менән хушлашты
Автор:Айһылыу Вахитова
Читайте нас