

Был сара хәрби хәрәкәттәр ветерандары башланғысы менән башҡарылды.
- Егеттәр менән мемориаль асырға булдыҡ, был идеяны ауыл халҡы ла күтәреп алды. Һәр кем ҡулдан килгәнсә аҡса бирҙе. Хатта махсус хәрби операциялағы егеттәр ҙә аҡса ебәрҙе, - тип уртаҡлашты Афғанстан хәрби хәрәкәттәре ветераны Александр Васильев. - Мемориалдан тыш, территорияның кәртәләре, бордюрҙары алыштырылды, плиткалар түшәлде. Ошо эштә ҡатнашыусы һәр кемгә рәхмәтемде еткерәм.
Сараға шулай уҡ Ишембай, Стәрлетамаҡ, Өфө ветерандары саҡырылды.
Автор фотолары.