

Төркөм етәксеһе Альмира Шәрәфетдинова һөйләүенсә, ул инициативалы төркөмкоманданы быйыл март айында ойошторған. Ирекмәндәргә эш өсөн Ишембай ойоҡ фабрикаһы бинаһы бүленгән. Унда бик яҡшы шарттар булдырылған.
Һәр бер селтәргә бәйләнгән таҫмаларға апай-инәйҙәр айырым мәғәнә һала. Шулай итеп, сеткала оҙон таҫмаларҙан ҙур туҡыма барлыҡҡа килә. Төркөм яҡынса 22 кешенән тора, өс сменала 8-10 кеше эшләй. Көн һайын бер маскировка селтәрен бәйләйҙәр. Ошо арауыҡ эсендә 157 селтәр әҙерләнгән. “Атайсал” проекты сиктәрендә тормошҡа ашырылған был эштәргә хаҡлы ялдағы ирекмәндәр көндән-көн күберәк йәлеп ителә. Маскировка селтәрен үрергә өйрәнеп, уларҙы күмәкләп әҙерләгән саҡта олпат йәштәге апайҙар файҙалы эш башҡарыуҙан күңел кинәнесе ала, үҙҙәрен яңынан илебеҙҙең әүҙем граждандары сафында итеп һиҙә. Бынан тыш, улар яугирҙар өсөн ойоҡбаштар, “нашлемник”тар бәйләй, сапер сумкаһын тегә. Материалдар Мәскәүҙән һәм Петербургтан һатып алына.
Үрелгән селтәрҙәр яугирҙарға яҡшы ышыҡ, улар хәрбиҙәрҙе дошман күҙенән һаҡлай. Эш ҡатмарлы түгел, әммә үтә лә яуаплы. Селтәр махсус технология буйынса үрелергә тейеш. Ҡулланылған туҡымаға ла талаптар юғары.
Ирекмәндәр бар нимәгә яуаплы ҡарай. Бында улдары махсус хәрби операция зонаһында булған әсәйҙәр ҙә, оло йәштәге, пенсияла булған апай-инәйҙәр ҙә бар. Ярҙам иткән һәр кем дөйөм һәм изге эшкә баһалап бөткөһөҙ өлөш индерә. Альмира Рәфҡәт ҡыҙының ейәне Артемий төркөмдөң тәүге көнөнән үк ярҙам итә. Уҡыусы үҙе тауарҙы бесеү өсөн ҡорамал уйлап сығарып, эште күпкә еңеләйткән. Төркөм етәксеһе был изге эшкә ҡушылған һәр кемгә рәхмәт белдерә.
- Беҙҙең хеҙмәт улдарыбыҙҙың, атайҙарыбыҙҙың, ирҙәребеҙҙең, туғандарыбыҙҙың меңәрләгән ғүмерен ҡотҡара ала. Бында һәр кем үҙ мөмкинлеге менән ярҙам итергә теләй. Беҙҙә хатта «Бөтә илдең өләсәйҙәре, берләшегеҙ» тигән лозунг барлыҡҡа килде, - ти элекке уҡытыусы Әнфизә Саяхова.
Ҡатын-ҡыҙҙарға шулай уҡ 76-сы һөнәрселек училищеһы студенттары, ҡаланың йәштәр һарайы ирекмәндәре, уҡыусылар ярҙам итә.
- Ошо көндәрҙә ваҡытлыса Ленин проспекты, 18а адресы буйынса урынлашҡан бинаға күсенәбеҙ, был 21-се училищеның элекке ятағы. Сөнки «БлАгоДарим» ирекмәндәр төркөмө бесеү өҫтәле, бәйләү аппараты, материалдар урынлаштырыла алырлыҡ бүлмәгә мохтаж. Әле беҙгә ашығыс заказ килде, сапер сумкаларын тегәсәкбеҙ. Беҙгә «БашНИПИнефть» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте директоры Әмир Бәширов һәм ҡыҙым Азалия материал менән ярҙам итә.
Алғы һыҙыҡта булыусы яугирҙарыбыҙға булышлыҡ итергә теләүселәр беҙҙең ирекмәндәр төркөмөнә ҡушыла ала. Беҙгә ярҙамсылар кәрәк! Әгәр 1-2 сәғәт буш ваҡытығыҙ булһа, һеҙҙе көтәбеҙ! - ти Альмира Шәрәфетдинова.
Материал һатып алыуҙа финанс яҡтан ярҙам итергә теләүселәргә Сбербанк картаһына 89871091092 телефоны аша Альмира Рәфҡәт ҡыҙына аҡса күсерергә һәм килеп тыуған һорауҙар буйынса ошо уҡ номер буйынса мөрәжәғәт итергә мөмкин.
Ғүмерҙәрен тырыш хеҙмәттә уҙғарған, тынғыһыҙ йөрәкле өлкән йәштәгеләрҙең ижтимағи әһәмиәтле эшмәкәрлеккә йәлеп ителеүҙәре бик мөһим. Улар махсус хәрби операциялағы яугирҙарыбыҙ өсөн ярҙамға үҙ өлөшөн индерә алыуҙарына ҡыуана, бербереһе менән аралашыуҙан ҡәнәғәтлек кисерә. Әлеге ваҡытта яуҙа маскировкалау селтәрҙәре бик кәрәк, ти ирекмәндәр. Изге эшкә теләгән һәр кеше ҡушыла ала.
Бының өсөн бары тик буш ваҡыт һәм иң мөһиме, теләк кенә кәрәк. Был кешеләрҙең уртаҡ маҡсаттарға өлгәшеү һәм үҙ илен һаҡлау өсөн ауырлыҡтарҙы еңеп сығыу өсөн
берләшә алыуының билдәһе!
Автор фотолары.