

Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар өсөн ярҙам йыйыуҙа ишембайҙар ихлас ҡатнаша. Халыҡты социаль хеҙмәтләндереү стационар учреждениеһында – психоневрология интернатында һәм ҡарттар йортонда йәшәүселәр – шуларҙың береһе. Улар мобилизацияланғандарға йылы ойоҡтар, бейәләйҙәр бәйләй.
Сергей Осташков һанай ҙа, яҙа ла белмәй. Ир бәйләгән әйберҙәренең ҙурлығын “заказ биреүсенең” йәғни тәрбиәсенең ҡулына ҡарап билдәләй. Ул ойоҡтар һәм бейәләйҙәрҙең ҙурыраҡ йәки бәләкәйерәк булырға тейешлеген ҡулдары менән күрһәтә.
- Мин Серафимовка интернат-йортонда тәрбиәләндем. Унда бәйләргә өйрәттеләр, - ти Сергей Осташков. – Беҙ свитерҙар ҙа, шарф, башлыҡтар ҙа бәйләй торғайныҡ.
Бер пар ойоҡ йәки бейәләйҙе ир ике-өс көн эсендә бәйләй. Ғәҙәттә, Сергей ҡул эше менән ял көндәрендә, процедуралар булмаған саҡта шөғөлләнә, яратҡан эшенә көнөн бағышлай. Бәйләгән әйберҙәренең махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ебәреләсәген белә.
- Мин ойоҡ һәм бейәләйҙәрҙе махсус хәрби операцияла булған яугирҙарға бәйләйем, уларға йылы булһын, - ти ул.
Сергейҙың иптәштәре лә тик ултырмай – улар ҡағыҙҙан биркалар ҡырҡып әйберҙәргә йәбештерә.
Ҡарттар йортонда йәшәгән оло инәйҙәр ҙә ир-егеттәребеҙгә бейәләй-ойоҡтар бәйләй.
- Беҙҙә биш-алты ир һәм ун инәй бәйләм менән шөғөлләнә, - ти психоневрология интернатының мәҙәни ойоштороусыһы Татьяна Квиндт. – Улар түңәрәктәрҙә шөғөлләнә, ҡул эштәренә ял ваҡыттарын да бағышлай. Беҙ инәйҙәр бәйләгән унышар пар һәм ирҙәр бәйләгән биш-алтышар пар ойоҡ һәм бейәләйҙәр ебәрҙек тә инде.
Гуманитар ярҙамды йыйыу Йәштәр эштәре буйынса комитетта урынлашҡан. Халыҡ һалдаттар өсөн посылкаларҙы нәҡ ошонда алып килә. Йәштәр эштәре буйынса комитет хеҙмәткәрҙәре билдәләүенсә, был юлы ебәреләсәк посылкаларҙың күбеһе – исемле, йәғни айырым һалдат өсөн тәғәйенләнгән. Гуманитар ярҙамды ойоштороусылар фекеренсә һәм элекке ебәрелгән ярҙам тәжрибәһе буйынса, әйберҙәр һалдаттарға барып етер. Гуманитар йөк 1 ноябрҙә ебәреләсәк. Изге эштә һәр кем ҡатнаша ала. Посылкаларҙы йәки гуманитар ярҙамды Геология урамы, 16 адресы буйынса эш көндәрендә 9.00-18.00 сәғәттәрҙә ҡалдырырға мөмкин, телефон 8(34794) 2-23-62. Штабтың эше тураһында тулыраҡ мәғлүмәтте https://vk.com/wall-27500444_17352 төркөмөндә табырға була.
Автор фотолары.