Йәмғиәт
16 Октября 2023, 05:00

Изге ғәмәлдәре менән данлы

Ошо көндәрҙә “Йөрәктән йөрәккә” хәйриә ойошмаһы 150-се ҡайнар төшкө ашы менән сыҡты. Билдәле йәшәү урындары булмағандарҙы, сәләмәтлек мөмкинлеге сиклеләрҙе бушлай ашатыу һәр шәмбе Ленин урамы, 55-се йортта ойошторола.

Добавить в предпочтительные источники Google
Изге ғәмәлдәре менән данлыИзге ғәмәлдәре менән данлы
Изге ғәмәлдәре менән данлы

“Йөрәктән йөрәккә” хәйриә ойошмаһына Юрий Кулибин һәм батюшка Алексей Терентьев нигеҙ һалған. Тәүҙә улар халыҡты төрлө урында ашата, Ленин урамы, 55-се йортта урынлашҡан социаль ашхананы бер йыл элек муниципаль район хакимиәте аша юллап алалар. Унда ремонт эшләп, бөтә шарттар булдыралар.

- Аш-һыуҙы ирекмәндәр йорттарында әҙерләй, эште үҙ-ара бүлешеп алалар. Берәү – аш, икенсеһе макарон йә бутҡа бешерә, өсөнсөһө сәй ҡайната. Күреүегеҙсә, порциялар ярайһы ғына ҙур. Бындай ауыр эш бөтәһенең дә ҡулынан килмәй, кем ашты даими әҙерләй – уларҙың тәжрибәһе бай, - тип уртаҡлашты Юрий. – Аҙыҡтүлекте йә үҙебеҙ һатып алабыҙ, йә кешеләр бирә. Бер ашатыуға яҡынса һигеҙ мең тирәһе аҡса китә, 150-180 порция әҙерләйбеҙ. Бынан тыш, аш-һыуҙы адрестар буйынса таратабыҙ, сөнки бөтәһенең дә йөрөргә мөмкинлеге юҡ. Бөгөн ирекмәндәр 15 адрес буйынса барасаҡ. Беҙҙең эштә шулай уҡ “Мария” кафеһы ярҙам күрһәтә. Аш бешергән ҙур бактарҙы йорт шарттарында йыуып булмай. Уларҙы беҙгә кафела йыуып бирәләр.

Юрий Кулибин һөйләүенсә, “Йөрәктән йөрәккә” хәйриә ойошмаһы ауыр тормош шарттарында ҡалған ғаиләләргә лә ярҙам итә.

- Сәләмәтлек мөмкинлеге сиклеләргә, яңғыҙ пенсионерҙарға, аҙ килемле ғаиләләргә бер айға етерлек аҙыҡ-түлек әҙерләйбеҙ. Был – макарон, ярма, консерва, сәй, май, печенье һәм башҡа ризыҡтар, – тип дауам итә һүҙен Юрий Кулибин. – Ҡаты сирлеләргә иҫәп асып, аҡса йыябыҙ. Сөнки хәҙер дарыуҙар ҙа, дауаланыу ҙа ҡыйбатҡа төшә. “Йөрәктән йөрәккә” ойошмаһының төркөмө социаль селтәрҙәрҙә бар, һорауҙар буйынса шәхсән үҙемә яҙырға йәки шылтыратырға кәрәк.


Автор фотоһы.

Изге ғәмәлдәре менән данлы
Изге ғәмәлдәре менән данлы
Изге ғәмәлдәре менән данлы
Изге ғәмәлдәре менән данлы
Изге ғәмәлдәре менән данлы
Изге ғәмәлдәре менән данлы
Изге ғәмәлдәре менән данлы
Изге ғәмәлдәре менән данлы
Автор:Айһылыу Вахитова
Читайте нас