

Ошо йәкшәмбе юл хужалығы хеҙмәткәрҙәре үҙҙәренең һөнәри байрамын билдәләй. Улар өсөн тәүлек әйләнәһе, йыл миҙгеле лә юҡ: төрлө һауа шарттарында ла юл төҙөүҙе, ремонтлауҙы дауам итәләр. Байрамдары алдынан «Асфальт-бетон заводы» муниципаль унитар предприятиеһы директоры вазифаһын башҡарыусы Венер СӘЙЕТОВ менән әңгәмәләштек.
- Венер Рәйес улы, заводта ҡасандан алып эшләйһегеҙ?
- Бында өс йылдан ашыу хеҙмәт итәм. Заводҡа ремонт буйынса слесарь булып урынлашҡайным, һуңынан участка мастеры итеп үрләттеләр. Артабан директор урынбаҫары булдым, быйыл июль айынан директор вазифаһын башҡарам. Шуға күрә бөтә проблемаларҙы күптән беләм.
- Коллективығыҙ тураһында һөйләп китһәгеҙ ине?
- Кешеләр - тармаҡтың иң ҡиммәтле ресурсы. Бербереңә ярҙамһыҙ, ихтирамһыҙ уңышлы эш алып барыу мөмкин түгел. Һәм команданың ни тиклем көслө һәм профессиональ булыуы дөйөм эштең һөҙөмтәһенә бәйле. Предприятиела 70-кә яҡын кеше эшләй. Коллектив берҙәм, бергәләп татыу ғаилә кеүек эшләйбеҙ. Эш хаҡы ваҡытында һәм лайыҡлы кимәлдә түләнә. Беҙ механизаторҙарҙы, водителдәрҙе, электриктарҙы, машинистарҙы эшкә саҡырабыҙ.
- Заводта эш нисек алып барыла?
- Ҡала биләмәһенең таҙалығы буйынса эшләйбеҙ, йәғни ул - урамдарҙың юл япмаһы буйлап сүп-сар йыйыу, туҡталыштарҙы йыйыштырыу, юлдарҙы йыуыу. Эшселәр юл япмаһын өрҙөрөп таҙарта, шәхси секторҙарҙы грейдер менән тигеҙләй, асфальт түшәй, соҡорҙарҙы ремонтлай. Йәғни контракт сиктәрендә ҡала биләмәһенән килгән бөтә юл эштәрен башҡарабыҙ. Юл-төҙөлөш миҙгеле ҡыҫҡа - майҙан октябргә тиклем. Беҙҙең алға күп бурыстар ҡуйылған. Уларҙы сифатлы һәм ваҡытында башҡарырға тырышабыҙ. Әгәр заявкалар булһа, ауылдарҙа ла соҡорҙарҙы ямау һәм юлдарға асфальт түшәү башҡарыла. Быйыл Байғужа һәм Кинйәбулат ауылдарында асфальт түшәлде. 10-15 ноябрҙә заводты яҙға тиклем ябабыҙ. Йәйгеһен мәктәптәрҙе төҙөкләндереү менән шөғөлләндек, 1-се гимназия, 16-сы мәктәп биләмәһендәге юлдарҙы ремонтланыҡ, оҙаҡламай 12-се лицейҙа башлайбыҙ.
- Эштә проблемалар бармы?
- Проблемалар ҙа бар. Мәҫәлән, юлдарҙы таҙартыу буйынса беҙҙең халыҡ йыш ҡына проблемалар тыуҙыра. Хатта ҡайһы бер водителдәр юлдарҙы махсус рәүештә кәртәләй. Төп урамдарҙа ла ҡамасаулаусылар етерлек, эшләүсе техника алдына сығалар. Улар ни өсөн юлды ябыуҙы аңламай. Эште сифатлы башҡарыу өсөн башҡаса килеп сыҡмай. Шәхси секторға килгәндә, ҡайһы берҙә балта менән ташланған осраҡтар ҙа булды, етмәһә, техникаға зыян килтерәләр.
- Киләсәккә ниндәй маҡсаттар һәм пландар ҡуяһығыҙ?
- Беҙгә йыл һайын яңы техника бүленә. Үткән йыл биш техника алынды. Быйыл ноябрь аҙағына тиклем тағы өс техника ҡабул итәбеҙ. Асфальт-бетон заводы производствоһын модернизациялауҙы планлаштырабыҙ. Яңы заманса ҡоролма һатып алырға торабыҙ. Сөнки ул иҫкергән, 1958 йылда алынған. Һәм икенсе мәл - бурыстарыбыҙ ҙа бар. Уларҙы ябыу өсөн аҡса эҙләйбеҙ. Шуға ҡарамаҫтан, юлдар туҙа, соҡорлана, улар ҙа тәрбиә һәм ҡарау йәһәтенән ҙур иғтибар талап итә. Ҡыш алдынан юлсылар уларҙы тәртипкә килтерергә ниәтләй. Ә ҡар яуыу менән линияға ҡар таҙартыу һәм башҡа техника сыға, ул хәҙер тулы әҙерлек һыҙығында тора. Мөмкинлектән файҙаланып, юл хужалығы хеҙмәткәрҙәрен һөнәри байрамыбыҙ менән ҡотлайым. Белгестәргә, эшселәргә еңел булмаған, әммә мөһим хеҙмәттәре өсөн рәхмәт белдерәм. Барығыҙға ла тыныс күк йөҙө, һаулыҡ һәм ғаилә именлеге теләйем.