

Иҫтәлекле сарала Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары - Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Аппараты етәксеһе Азамат Абдрахманов, Дәүләт йыйылышы - Ҡоролтай депутаты Шамил Тимербулатов, муниципаль район етәкселеге ҡатнашты.
- Быйыл беҙ Ишембайҙа икенсе ихатаны асабыҙ. Был урындың ниндәй хәлдә икәнлеген мин яҡшы иҫләйем. Хәҙер йорттарҙа йәшәүселәр бында рәхәтләнеп ял итә ала. Шуға ла яңы ихатаны ҡәҙерләп тотонорға, ваҡытты файҙалы үткәрергә саҡырам, - тип өндәште Азамат Фәрит улы.
- Бөгөн ысынлап та иҫтәлекле көн. 2019 йылда уҡ беҙ һеҙҙең менән ҡалаға сығып, төҙөкләндереүгә мохтаж булған ихаталар исемлеген төҙөгәйнек. Һәм, ниһайәт, дүрт йыл үткәс, һеҙҙең хыялығыҙ тормошҡа ашты, - тип билдәләне ҡала биләмәһе хакимиәте башлығы Илшат Шакиров. - Был майҙансыҡты финанслау күләме 29 миллион 747 мең һум тәшкил итте. Бында юлдар, тротуарҙар ремонтланды, яңы яҡтыртҡыстар, сүпсар контейнерҙары ҡуйылды, тирә-яҡ йәшелләндерелде, видеокүҙәтеү урынлаштырылды.
Ремонтты «Квалификация-2» компанияһы башҡарҙы. Төҙөкләндереү тураһында ҡарар күп ҡатлы йорттарҙа йәшәүселәрҙең дөйөм йыйылышында хәл ителә. Йорттарҙа йәшәүсе өлкәндәр һәм активистар үҙ теләктәрен белдереп, балалар һәм спорт майҙансыҡтарының, беседкаларҙың ҡайһы урынға ҡуйылыуы тураһында хәл итте.
Был көндө ихата балаларҙың шат тауыштарына күмелде. Улар тауҙан шыуҙы, төрлө уйындарҙа - тоҡ кейеп йүгерҙе, ҡалаҡҡа бәләкәй туп һалып ярышты, эстафетала ҡатнашты. Махсус майҙанда иһә үҫмерҙәр футбол уйнаны. Теләгән һәр кем һүрәт төшөрөү буйынса оҫталыҡ дәресендә ҡатнашты. Көндөң һалҡынса тороуына ҡарамаҫтан, әүҙем уйнап, йүгерешкән балалар һис өшөмәне.
Автор фотолары.