

Һеҙҙе Республика көнө - Башҡортостан Республикаһының Дәүләт суверенитеты тураһында декларация ҡабул итеү көнө менән ҡотлайбыҙ!
Беҙҙең төбәктең ҙур потенциалы һәм яҡшы перспективалары барлығына ышанабыҙ. Заманса Башҡортостан – ул үҫеш, ҙур мөмкинлектәр, етди пландарҙы ышаныслы тормошҡа ашырған төбәк.
Ишембай районы ла бөтә Башҡортостан менән берҙәм ритмда йәшәй. Ишембайҙар төрлө өлкәлә намыҫлы эшләй һәм районыбыҙҙы матурыраҡ, йәмлерәк, уңайлыраҡ итеү өсөн тырыша.
Һеҙҙең хеҙмәтегеҙ, тыуған төйәгебеҙҙе һөйөүегеҙ, илһөйәрлегегеҙ өсөн ысын күңелдән рәхмәт белдерәбеҙ. Яратҡан республикабыҙ артабан да сәскә атһын, ә һәр ишембайлының тормошо шатлыҡ, киләһе көнгә ышаныс менән тулһын!
Барығыҙға ла ныҡлы һаулыҡ, бәхет, именлек теләйбеҙ!
Галина БАКАНОВА, Ишембай районы муниципаль районы Советы рәйесе.
Азат ИШЕМҒОЛОВ, Ишембай районы муниципаль районы хакимиәте башлығы.
Фото: Гөлназ Ғиниәтуллина.