

Иң тәүҙә уҡыусы балалар концерт номерҙары күрһәтте. Ветеран уҡытыусы Рәсимә Зиннур ҡыҙы уҡыусыларға матур теләктәрен еткереп, байрам менән ҡотлап йыр бүләк итте.
Байрамдың икенсе өлөшөндә уңыш байрамы булды. Балалар йәшелсәләрҙән төрлө һындар эшләп килтергәйне.
Аҙаҡ иһә әсәйҙәр бешереп килтергән тәмлекәстәр менән күмәкләшеп сәй эсеп таралыштыҡ.