

Баҫыуҙарҙан йыйылған бойҙай, һоло, арпа һәм башҡа иген культуралары элеваторҙар ҡураларына оҙатылған да инде. Эшселәр үҫтергән игендең бер бөртөгөн дә юғалтмай йыйып алырға тырышты, ни тиһәң дә йәйҙең бер көнө йылды туйҙыра.
- Көнбағыш баҫыуының яҡынса 40 процентын ғына йыйып алырға ҡалды. Һауа торошо әле беҙгә ярҙам итәлер, тип уйлайым, дымлылыҡ яҡынса туғыҙ процент. Көнбағыштың сифаты яҡшы, майлылығы 50 процент тәшкил итә. Комбайнсылар, водителдәр тырыша, урып-йыйыу эштәре аҙағына яҡынлаша. Көнбағышты тура Күмертау май экстракцияһы заводына илтәбеҙ. Быйылғы йыл һауа торошо, финанс хәл буйынса ла ауыр килде. Продукцияны һатыу ҙа ҡатмарлашты. Иген культураларына хаҡтар түбән булһа ла, алыусылар юҡ тиерлек. Былтыр көнбағыштың тоннаһы 30 мең һум торһа, бөгөн ул - 20 мең 500 һум. Ә соляркаға һәм яғыулыҡҡа хаҡтар ныҡ күтәрелде. Шулай ҙа көрһөнөп ултырырға ваҡыт юҡ, артабан эшләйбеҙ. Дәүләт ярҙам итә, субсидия бирә, шуға ла киләсәккә яҡшы өмөттәр менән йәшәйбеҙ, - ти хужалыҡ етәксеһе Геннадий Лейтер.
Хужалыҡта бөтә эш сифатлы, етеҙ башҡарыла, производствола уға кешеләр намыҫлы һәм яуаплы ҡарай. Ул аңлашыла: ауыл хеҙмәте - ҡатмарлы, еңел эш түгел. Күп нәмә уға бәйле, бигерәк тә райондарҙа. Ауыл эшсәндәренең үҙ уңышлығы хаҡында ҡайғыртыуы ғына түгел, социаль яуаплылыҡ та күрһәтеүе, яҡташтарыбыҙҙың төрлө проблемаларын хәл итеүҙә ярҙам итеүе икеләтә ҡыуаныслы. Геннадий Григорьевич билдәләүенсә, комбайнсылар Сергей Вотинцев, Анатолий Малышев, Иван Христолюбов, Алексей Усачев, Альберт Зарипов яҡшы эшләй. Водителдәр Юрий Скаридов, Александр Лебедев, Юрий Легостаев - өлгөлө хеҙмәткәрҙәр. 70 йәшлек Анатолий Малышев менән Юрий Легостаев алдынғылыҡты бер кемгә лә бирмәйҙәр.
Крәҫтиән-фермер хужалығы етәксеһе Геннадий Лейтер әйтеүенсә, көҙгө уңыш тамамланғас, хеҙмәткәрҙәр техниканы ремонтлауға, ә ҡышын орлоҡтар әҙерләүгә тотонасаҡ.
Автор фотолары.