Йәмғиәт
6 Октябрь 2023, 10:00

"Аллағыуат" дуҫтарын йыйҙы

«Юрматы ере» Мемориаль комплексының нигеҙ һалыныуына 20 йыл тулыуға арналған байрам сараһы үтте.

"Аллағыуат" дуҫтарын йыйҙы"Аллағыуат" дуҫтарын йыйҙы
"Аллағыуат" дуҫтарын йыйҙы

2003 йылда Башҡортостан Республикаһы Президенты М.Ғ. Рәхимов ҡатнашлығында был иҫ киткес мемориал асыла, уның аналогтары Башҡортостан ғына түгел, хатта Рәсәйҙә лә юҡ. Ағымдағы йылдың 23 сентябрендә комплексҡа 20 йыл тулды.

Байрамға Ишембай районы хакимиәте башлығы Азат Ишемғолов, Салауат ҡалаһы ҡала округы хакимиәте башлығы вазифаһын башҡарыусы Артур Рундау; ”РГД Переработка Салауат” йәмғиәтенең (“Газпром нефтехим Салауат” идара ойошмаһы) башҡарма директоры Сергей Кращук; Стәрлетамаҡ районы башлығы Евгений Волков, «Аллағыуат» төбәк йәмәғәт ойошмаһы ағзалары, күсерелгән ауылдарҙа йәшәүселәр килде.

Комплексты булдырыуҙың төп маҡсаты – Ватан өсөн һәләк булған һалдаттарҙы, шулай уҡ ҡала барлыҡҡа килтереүсе предприятие һәм ҡала төҙөлөшө менән бәйле юҡҡа сыҡҡан ете ауылды иҫкә алыу.

Бөгөн сарала Шайморатов исемендәге батальонында ҡатнашыусы Марат Хәсәнов та ҡатнашты. Уға генерал Шайморатов миҙалы тапшырылды.

Мемориалға сәскәләр һалғандан һуң Салауат ҡалаһының мәҙәниәт һарайында түңәрәк өҫтәл үтте.

 

Автор фотолары һәм видеоһы.

"Аллағыуат" дуҫтарын йыйҙы
"Аллағыуат" дуҫтарын йыйҙы
"Аллағыуат" дуҫтарын йыйҙы
"Аллағыуат" дуҫтарын йыйҙы
"Аллағыуат" дуҫтарын йыйҙы
"Аллағыуат" дуҫтарын йыйҙы
"Аллағыуат" дуҫтарын йыйҙы
"Аллағыуат" дуҫтарын йыйҙы
"Аллағыуат" дуҫтарын йыйҙы
"Аллағыуат" дуҫтарын йыйҙы
Автор:Гөлнора Йәмилева
Читайте нас