

Һәр беребеҙ үҙенең туған мәктәбен йылылыҡ менән иҫкә ала. Беҙҙе икһеҙ-сикһеҙ, ғәжәйеп белем донъяһына алып ингән, уҡырға һәм яҙырға, фекерләргә, донъялағы һәм кешеләрҙәге яҡшылыҡты күрә белергә, үҙеңдең фекерең, ҡарашың өсөн көрәшергә, үҙаллы ҡарарҙар ҡабул итергә өйрәткән остаздарыбыҙ һәр ваҡыт хәтеребеҙҙә.
Ҡәҙерле уҡытыусылар! Һеҙҙең түҙемлегегеҙ, тырышлығығыҙ, изгелегегеҙ, белемегеҙ өсөн рәхмәтлебеҙ!
Барығыҙға ла ныҡлы һаулыҡ, ғаилә бәхете, белем биреү эшендә яңынан-яңы уңыштар теләйем. Һеҙҙе һәр ваҡыт уҡыусыларығыҙҙың һәм ата-әсәләрҙең ихтирамы, рәхмәте оҙатып барһын. Байрам менән! Уҡытыусылар көнө менән!
Азат ИШЕМҒОЛОВ, Ишембай районы муниципаль районы хакимиәте башлығы.
Фотолар редакция архивынан.