Йәмғиәт
2 Октября 2023, 08:00

Һеҙҙең менән ғорурланабыҙ

Илдәге киҫкен хәлдәр, ваҡиғалар бер кемде лә битараф ҡалдырмайҙыр, моғайын – беҙ барыбыҙ ҙа эстән янабыҙ, ҡайғырабыҙ, һыҙланабыҙ... Мобилизацияланған ир-егеттәр, уларҙың ғаиләһе тураһындағы мәҡәләләрҙе лә гәзит уҡыусы түҙемһеҙләнеп көтөп ала.

Добавить в предпочтительные источники Google
Һеҙҙең менән ғорурланабыҙҺеҙҙең менән ғорурланабыҙ
Һеҙҙең менән ғорурланабыҙ

Ошо көндәрҙә ике яҡташ яугир менән таныштыҡ. Береһенең әсәһе тураһында мәҡәлә яҙған булып сыҡтыҡ – баҡһаң, һалдаттар, унда, махсус хәрби операция зонаһында, «Торатау», «Восход» гәзиттәрен ҙур ҡыҙыҡһыныу менән уҡыйҙар икән.

- Мин махсус хәрби операцияға мобилизация буйынса киттем. Вахта ысулы менән эшләп йөрөй инем. Беҙ, ишембайҙар, унда күмәк, - тип һүҙ башланы «Сәләм» ҡушаматлы яугир. – Яҡташтарҙан посылка, хаттар килә. Йылы кейемдәр өсөн айырым рәхмәт әйтергә теләйем. Аҙыҡ-түлек тә етерлек.

Яҡташ яугирҙарыбыҙ һөйләүенсә, улар өсөн бигерәк тә балаларҙың хаттары, рәсемдәре ҡәҙерле.

- 23 февралгә балалар баҡсаһынан ебәрелгән һүрәттәр әле һаман эленеп тора. Кисен, йоҡлар алдынан, мин хаттарҙы ҡатҡат уҡып сығам. Кескәйҙәрҙең һүҙҙәренән күңелгә рәхәт булып китә, - ти «Сом» ҡушаматлы яугир.

«Сом» тағы ла бер ҡыуанысы менән уртаҡлашты – ул өсөнсөгә атай булырға йыйына. Балаларының олоһона - 20, бәләкәсенә 9 йәш, балалар ҙа бәпәйҙең тыуыуын түҙемһеҙләнеп көтә.

- Ғаиләләребеҙгә яҡташтар ярҙам итеп тора. Муниципаль район хакимиәте уларҙы иғтибарһыҙ ҡалдырмай. Ҙур рәхмәт, - тип дауам итә һүҙен яугир. – Барығыҙҙы ла Республика көнө менән ихлас ҡотлайым. Мин һәр саҡ тыуған ил, ғаиләм өсөн янып йәшәнем. Бында, беҙҙең ерҙә, тәртипһеҙлек булыуын теләмәйем.


Автор фотолары.

Һеҙҙең менән ғорурланабыҙ
Һеҙҙең менән ғорурланабыҙ
Автор:Айһылыу Вахитова
Читайте нас