

Оло йәштәгеләр көнө уңайынан һеҙгә иң йылы һүҙҙәребеҙҙе еткереү – ул сикһеҙ тормош тәжрибәгеҙ һәм фиҙаҡәр хеҙмәтегеҙ өсөн лайыҡ булған рәхмәттең бәләкәй бер өлөшө генә.
Ҡәҙерле ветерандарыбыҙҙың иңе артында фиҙаҡәрлек һәм батырлыҡ өлгөһө булып торған оло тормош ята. Һеҙ бөтә ил менән бергә барлыҡ ауырлыҡтарҙы һәм михнәттәрҙе еңеп сыҡҡанһығыҙ, Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында илебеҙҙе батырҙарса һаҡлағанһығыҙ, һуғыштан һуңғы ауыр йылдарҙа халыҡ хужалығын тергеҙгәнһегеҙ. Бөгөн дә үҙегеҙҙең аҡылығыҙ, белемегеҙ һәм күңел йылығыҙҙы йәштәр менән ихлас бүлешәһегеҙ. Күптәрегеҙ муниципаль районыбыҙҙың йәмәғәт тормошонда әүҙем ҡатнаша. Һеҙ - әхлаҡи ҡиммәттәрҙе һәм йолаларҙы һаҡлаусы, балаларығыҙ һәм ейән-ейәнсәрҙәрегеҙ өсөн терәк һәм ышаныслы ярҙамсы.
Байрам менән һеҙҙе, ҡәҙерлеләребеҙ! Һеҙгә ныҡлы һаулыҡ, йәшлек дәрте һәм тормош йәме теләйбеҙ. Һәр ваҡыт янығыҙҙа һеҙҙе яратҡан һәм хәстәрлек күргән туғандарығыҙ
һәм яҡындарығыҙ булһын!
Галина БАКАНОВА, Ишембай районы муниципаль районы Советы рәйесе.
Азат ИШЕМҒОЛОВ, Ишембай районы муниципаль районы хакимиәте башлығы.
Фото: Гөлназ Ғиниәтуллина.