

- 1974 йылда мине, 17 генә йәшлек ҡыҙҙы, йүнәлтмә буйынса Ҡолғона ауылы дауаханаһына эшкә ебәрҙеләр. Урман араһында урынлашҡан төпкөл ауылға эшкә барыу үҙенә күрә ҡурҡытҡандыр ҙа инде. Дауаханала өс палата булды, 15-16 кеше ятыр ине, - тип иҫкә ала Венера Әнүәр ҡыҙы. - Бер инәйҙә йәшәнем. Буласаҡ иптәшем Дамир менән дә тап шунда тәү күрешеп таныштыҡ. Әрме хеҙмәтен тултырып, тыуған яғына ҡайтҡан Дамир мин йәшәгән йорттағы инәһен күрергә тип килгәйне. Шунан алып дуҫлашып киттек.
Әйткәндәй, өс-дүрт ай тигәндә йәштәр гөрләтеп туй үткәреп, ғаилә ҡороп, Ҡолғонала төпләнә. Бер-бер артлы Салауат, Рөстәм, Вәкил улдары тыуа. Тырышып йорт та һалып инәләр. Венера апай – дауаханала, Дамир ағай урман хужалығында тракторсы булып эшләй. 1988 йылда Йосоповтар Ишембайға күсеп килә. Ғаилә башлығы НГДУ предприятиеһына, ә Венера апай Ишембай үҙәк район дауаханаһы поликлиникаһына эшкә урынлаша. Ауыл тормошона күнеккән ғаилә бер аҙҙан Венера Әнүәр ҡыҙының тыуған ауылы Байғужаға йәшәргә ҡайта. Дамир ағай хаҡлы ялға сыҡҡансы ҡалабыҙҙың 3-сө торлаҡ файҙаланыу участкаһында, ә Венера апай Байғужа фельдшер-акушерлыҡ пунктында хеҙмәт итә. Әле булһа уларҙың йортонан медицина ярҙамын һорап мөрәжәғәт иткән ауылдаштар өҙөлмәй, уларҙың береһен дә кире бороп сығармай Венера Әнүәр ҡыҙы. Бынан тыш Йосоповтар яңғыҙы йәшәгән күрше Фәриҙә инәйҙе лә иғтибарынан өҙмәй, ярҙамлашып тора.
- Аллаға шөкөр, өс улыбыҙ, өс киленебеҙ, туғыҙ ейән-ейәнсәребеҙ бар. Тиҙҙән ғаиләбеҙ тағы ла ишәйергә тора – бүләсәбеҙ тыуыуын көтәбеҙ. Бер ейәнебеҙ әле әрмелә Ватан алдындағы хәрби бурысын намыҫлы үтәп йөрөй. Уның ҡайтыуына ул яратҡан балан бәлешен бешерәбеҙ тип иптәшем менән урманға барып балан йыйып алып ҡайттыҡ әле. Шуныһы ҡыуаныслы – өс улыбыҙ өс таған кеүек үҫте. Һәр ваҡыт бер-береһенә, беҙгә ярҙамсылдар. Салауат бөгөн Байғужа ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы булһа, Рөстәм менән Вәкил себер тарафында нефть тармағында вахта ысулы менән эшләп йөрөйҙәр. Ҡулдарынан килмәгән эштәре юҡ: ағасҡа ла, тимергә лә оҫталар. Килендәребеҙҙән дә уңдыҡ, тип һөйөнәбеҙ. Һәр ваҡыт ҙур табын әҙерләп, күмәкләшеп йыйылышып торабыҙ, - тип Хоҙайға рәхмәт уҡый Венера менән Дамир Йосоповтар.
Етмеште ҡыуған пар әле лә гөрләтеп донъя көтә, баҡса үҫтерә, һәр көндән йәм табып йәшәй. Венера апайҙың аш-һыуға, ҡамыр аштарына маһир булыуы шунда уҡ күҙгә салына: өҫтәл түрендә итле аш, баллы бауырһаҡ, икмәк, үҙҙәре үҫтергән йәшелсәнән эшләнгән төрлө салаттар. Һәр тәҙрә төбө төрлө-төрлө гөл-сәскәләргә күмелеп ултыра.
Венера менән Дамир Йосоповтар йәшлек мөхәббәттәренә, биргән вәғәҙәләренә тоғро булып, шатлыҡтарҙы бергә уртаҡлашып, ҡайғы-хәсрәттәрҙе бергә кисереп ғүмер юлын үтә. Бөгөнгө йәштәргә улар матур өлгө күрһәтеп, беҙҙе ҡыуандыралар.
Автор фотолары.