Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
30 Сентябрь , 14:00

Яугирҙарға - маскировка селтәрҙәре

Илдә барған хәл-ваҡиғалар бер кемде лә битараф ҡалдырманы, ябай халыҡ, етәкселәр, эшҡыуарҙар - барыһы ла берләшеп, мобилизацияланған ир-егеттәргә ярҙам ҡулы һуҙа. Сәлих ауылы халҡы был саранан ситтә ҡалманы, улар махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ебәреү өсөн маскировка селтәрҙәре үрә, окоп шәмдәре эшләй, ойоҡбаштар һәм свитерҙар бәйләй, гуманитар ярҙам йыя.

Фронтҡа - маскировка селтәрҙәре
Фронтҡа - маскировка селтәрҙәре

Сәлихтар тәүге селтәрҙе яҙ көнө мәҙәниәт йорто бинаһында әҙерләй. Яңыраҡ тағы ла биш маскировка селтәрен үргәндәр. Был эштә Сәлимә Фәйзрахманова, Минзилә Йомағолова, Нәзирә Кәримова, Нәзирә һәм Рәмил Ниғмәтуллиндар, Нәсимә һәм Әхмәт Шаньязовтар әүҙем ҡатнаша. Фәнүр Ғиззәтуллин, Вәли Ғәлиев, Альфред Жданов селтәр үреү һәм таҫмалар киҫеү өсөн станоктар әҙерләй. Материалдарҙы алыу өсөн ауыл халҡы, Сәлихта тыуыпүҫеп, бөгөнгө көндә ситтә йәшәүсе яҡташтар аҡса йыя. Станок эшләү өсөн материалдарҙы Рафаэль Ғафаров алып килә.

Йәшенә һәм мәшғүллегенә ҡарамаҫтан, ауылда йәшәүселәрҙең барыһы ла был әһәмиәтле акцияға әүҙем ҡушыла. Мобилизацияланған яҡташтарға ҡулдарынан килгәнсә ярҙам итеү, бүләктәре менән бергә тыуған яҡтың йылыһын тапшырыу ниәтендә, яугирҙарға кәрәкле әйберҙәр йыйыу дауам итә. Сәлих ауылы мәҙәниәт йортонда эшләп килгән “Ынйылар” бәйләм түңәрәге етәксеһе Гүзәл Шәрипова етәкселегендә апайҙар һалдаттарға окоп шәмдәре эшләп ебәрә.

- Маскировкалау селтәрҙәрен үреп, яҡташтарыбыҙға үҙҙәрен һәм техниканы ҡотҡарырға ярҙам иткебеҙ килә. Әлеге ваҡытта махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан егеттәребеҙҙең яҙмышына битараф түгелбеҙ. Берәүҙәр туҡыманы ҡорамаға киҫә, икенселәр уларҙы селтәргә бәйләй. Хәрбиҙәребеҙ өсөн беҙ тапшырған әйберҙәр генә түгел, хәстәрлек тә мөһим. Посылканы алғас, яугирҙар беҙҙең улар хаҡында ҡайғыртыуыбыҙҙы тойор. Аҡсалата, әйберләтә ярҙам итеүсе ауылдаштарға ҙур рәхмәтлебеҙ, - ти китапханасы Гүзәл Шәрипова.

Сәлих ауылы ҡунаҡсыллығы, бер-береһенә ярҙам итеүе, өмәләр үтеүе менән дан тота. Әмир Сәфиуллин Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан яугирҙар иҫтәлегенә ҡуйылған һәйкәлдең таҡтаташын ауыл халҡының көсө менән яңыртырға тәҡдим итә. Ауылдаштар уны дәррәү күтәреп ала һәм изге эште башҡарыу өсөн өмәгә сыға. Улар төҙөлөш материалдарын үҙҙәре йыйған аҡсаға һатып ала. Был эшкә ситтә йәшәүсе яҡташтар ҙа дәррәү ҡушыла. Аҡса йыйып, мәҙәниәт йорто биләмәһендә урынлашҡан һәйкәлде лә төҙөкләндереп ҡуйғандар.

Бер-береңә ярҙам итеү, эскерһеҙлек, рухи изгелек һәм асыҡлыҡ, кешеләрҙең хәленә инә белеү - быларҙың барыһы ла халҡыбыҙ характерына электән һалынған. Бына ошо еңел булмаған осорҙа ла ябай кешеләрҙең ихтыяждарын күҙәтеп, уларға барынса ярҙам ҡулы һуҙған кешеләрҙең осрауы ҡыуаныслы. Ауылым тип янған, ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер яҡташтар ҙа аҙ түгел. Мәҫәлән, Ишәй ауыл Советы депутаты Артур Заһиҙуллин әсәһенең тыуған ауылы Сәлихта мәҙәниәт йортона һыу торбаһын үткәреүҙә ярҙам иткән. Шулай уҡ клубҡа үҫентеләр алған.

Әле беҙҙең ир-егеттәргә күрһәткән ярҙам - ул һәр кемдең намыҫ эше. Бындай ярҙам уларға көс өҫтәр, ауырлыҡтарҙы лайыҡлы еңеп сығырға булышлыҡ итер.


Фотолар Сәлих китапханаһы архивынан.

Фронтҡа - маскировка селтәрҙәре
Фронтҡа - маскировка селтәрҙәре
Фронтҡа - маскировка селтәрҙәре
Фронтҡа - маскировка селтәрҙәре
Фронтҡа - маскировка селтәрҙәре
Фронтҡа - маскировка селтәрҙәре
Автор:Гөлнора Йәмилева
Читайте нас в