Колхозда көтөү көткән, һыйыр һауған, баҫыуҙарҙа игенен, сөгөлдөрөн үҫтергән, ырҙын табағында, тирмәндә алһыҙ-ялһыҙ эшләгән инәй-бабайҙарыбыҙ, апай -ағайҙарыбыҙ, бала көйө генә ошо колхозда эшләп быуын нығытып, ҡалаға китеп төрлө эштәрҙә эшләп, тыуған ауылыбыҙға ҡайтып төпләнгән оло быуын вәкилдәре барыһы ла сараға саҡырыуҙы ихлас ҡабул итеп, дәртләнеп, хатта бер аҙ йәшәргәндәй булып килеп еттеләр.
Байрам табынын Этҡол ауыл биләмәһе хакимиәтенең эштәр идарасыһы Айһылыу Заһиҙуллина рәхмәт һүҙҙәре менән асып ебәрҙе.
Өҫтәлгә әҙерләнгән итле аш, емеш-еләк ауыл биләмәһе хакимиәтенән булһа, сәйгә тәмлекәстәрҙе ауылдаштар үҙҙәре бешереп килтерҙе. Ауылыбыҙҙың иң әүҙем бағыусыһы Сәүиә Әхтәм ҡыҙы был юлы ла ситтә ҡалманы - ололарҙың һәр береһенә сәй тараттырҙы.
Әхмәҙғәли ағай һәр ваҡыттағыса ҡөръән аяттарын уҡып, мәрхүм-мәрхүмәләребеҙгә бағышлаһа, илебеҙгә именлек, еребеҙгә тыныслыҡ, иҫәндәргә һаулыҡлы оҙон ғүмерҙәр теләп, күмәкләп доғалар ҡылдыҡ.
Ололар өсөн әҙерләнгән табын йыр- моң менән бәйләнеп, күңелле хәтирәләр менән дауам итте.