Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
26 Сентябрь 2023, 13:00

Урал тауҙарынан алып диңгеҙгә тиклем

Ишембайҙа ирекмән рәссам Илшат Дауытов күп фатирлы йорт подъездарын сағыу пейзаж менән биҙәй. Таш стеналарҙа ғорур тауҙар, мөһабәт ҡарағайҙар, зәп-зәңгәрдиңгеҙ, тулҡындарҙа иркәләнгән дельфиндар барлыҡҡа килә.

Урал тауҙарынан алып диңгеҙгә тиклем
Урал тауҙарынан алып диңгеҙгә тиклем

Был һүрәттәрҙе ҡаланың Йәшел урамы, 8-се һәм Стахановсылар урамы, 87-се йорттар подъездарында күрергә мөмкин.

- Беҙҙең йортобоҙ – үҙенсәлекле йорт. Ул 70 йыл элек төҙөлгән һәм ни бары бер подъездан ғына тора. Бында һигеҙ фатир урынлашҡан, - тип һүҙ башланы Йәшел урамы, 8-се йорт старостаһы, педагогия хеҙмәте ветераны Нина Власова – Йортҡа капиталь ремонт 55 йыл элек яһалған. Төҙөкләндереү буйынса беҙҙең мөрәжәғәткә фасадты һәм ҡыйыҡты ремонтлайбыҙ, тинеләр. Подъезға ниндәйҙер йәм өҫтәргә кәрәк ине. Илшат Дауытов стеналарҙы биҙәргә тәҡдим итте һәм был эште ирекмән булараҡ ихлас башҡарҙы. Ни өсөн диңгеҙҙе һайланыҡмы? Диңгеҙ – ул энергия сығанағы. Беҙҙе, урманҡырҙар зонаһында йәшәүселәрҙе, барыбер экзотика ылыҡтыра. Иртән тороу менән ишегемде асып ҡарайым, ә унда миңә табан корабль йөҙөп килә, ҡояш нурҙары диңгеҙ тулҡындары менән шаяра. Дельфиндарҙың тауышын ишеткәндәй булам.

Әйткәндәй, Илшат Дауытов бала саҡтан рәсем төшөрөргә ярата, балалар художество мәктәбендә уҡый. Өфө Дәүләт авиация техник университетын тамамлағас, артабан Аҡмулла исемендәге башҡорт педагогия университетында дизайнер һөнәрен үҙләштерә. Йорттар, учреждениелар стеналарын биҙәү менән ете йыл элек шөғөлләнә башлай. Был эште тәүҙә үҙ фатирының кухняһынан башлай. Артабан Ишембай һәм Салауат ҡалаларының балалар баҡсаларын биҙәй.

- Һөнәрем буйынса инженер-конструктор, әлеге мәлдә «ИНМАН» кран-манипуляторҙар етештереү предприятиеһында эшләйем. Рәсем төшөрөү менән буш ваҡытымда
шөғөлләнәм. Бөгөнгө көндә портреттар өҫтөндә эшләйем, - тип ихлас уртаҡлашты Илшат Самат улы. – Күңелемә шулай ҙа пейзаж яҡын. Айвазовский, Куинджи, Саврасов, Левитан кеүек арҙаҡлы рәссамдарҙы идеал иткәнмен. Шуға күрә подъездарҙа тәбиғәт күренештәрен сағылдырҙым. Ошонда йәшәүселәр ҙә ҡыуанһын, кәйефтәре көр булһын.

Яҡташыбыҙ Илшат Дауытов ҡатыны Ләйсән менән ике ул тәрбиәләй. Оло улдары Тимур ҡаланың художество мәктәбендә уҡый, кеселәре Ибраһим балалар баҡсаһына йөрөй. Уның да рәсем төшөрөү һәләте бар, атаһының эшен күҙәтеп, төрлө алымдарҙы өйрәнә.

Ирекмән рәссамға ижадында уңыштар юлдаш булһын, күп фатирлы йорттарҙың стеналарында уның һүрәттәрен тағы ла күрергә яҙһын.

 

Автор фотолары.

Урал тауҙарынан алып диңгеҙгә тиклем
Урал тауҙарынан алып диңгеҙгә тиклем
Автор:Айһылыу Вахитова
Читайте нас: