Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
24 Сентябрь 2023, 11:00

Завод – уларҙың икенсе йорто

24 сентябрь – Машина эшләүселәр көнө

Завод – уларҙың икенсе йорто
Завод – уларҙың икенсе йорто

Эдуард Сәйфуллин менән Салауат Әхмәтйәнов ике звенолы сылбырлы “Витязь” транспортерҙарын етештергән машиналар эшләү  компанияһында хеҙмәт итә. Улар төрлө цехтарҙа эшләй, бер-береһенән айырмалы рәүештә тормош һәм һөнәри тәжрибәләргә эйә, әммә был кешеләрҙе берләштергән уртаҡ нәмәләр ҙә бар. Улар үҙҙәренең икенсе йортона әүерелгән заводта эшләүҙәре менән бәхетле.

Һөнәр һайлау – етди эш

- Уҡыу йылы аҙағында беҙгә, сығарылыш  класс уҡыусыларына, яңы булдырылған производствоға – Ишембай транспорт машиналары эшләү заводына (әлеге ваҡытта
“Витязь”) программа менән идара итеү станоктарын көйләүсе һөнәренә уҡырға саҡырыуҙары тураһында әйттеләр, - тип хәтерләй Эдуард Исмәғил улы. – Ул ваҡытта
был һөнәр саҡ модаға инә башлағайны, шуға уны үҙләштерергә ҡарар иттем. 1983 йылдың 1 сентябрендә мин предприятиела инем инде. Шул ваҡыттан алып ошонда эшләйем. Заводты тик әрме сафтарында хеҙмәт иткән осорҙа ғына ҡалдырып торорға тура килде. Бик ҡатмарлы, ябайҙан булмаған йылдарҙа ла эштән китеү тураһында уй килмәне.

Эдуард Сәйфуллин 27 йыл буйы етәкләгән звено торсион валдар етештереү буйынса операцияларҙың тулы циклын башҡара. Егермегә яҡын станокты хеҙмәтләндергән
ҙур булмаған коллектив етештергән продукцияға шелтә белдерелгәне юҡ. Звено коллективында дүрт кеше, уларҙың икәүһе – Эдуард Исмәғил улының улдары Артур һәм Вадим, шулай уҡ элекке уҡыусыһы Марат Бикмөхәмәтов бар.

- Балаларымды минең юлдан китегеҙ, тип өгөтләмәнем, улар үҙҙәре заводҡа эшкә килергә ҡарар итте. Улдарыма һәр ваҡыт предприятие, коллектив тураһында һөйләүем үҙ ролен уйнағандыр, моғайын. Улар өсөн ҡыҙарырға тура килмәй, - ти Эдуард Сәйфуллин. - Артур менән Вадим Сәйфуллиндар өсөн атайҙары үрнәк булып тора. Эдуард Исмәғил улы “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған машина эшләүсеһе” исеменә лайыҡ булған, ә 2021 йылда ул Рәсәй Федерацияһының оборона менән идара итеү милли үҙәгендә шәхсән Сергей Шойгунан РФ Оборона министрлығының “Хеҙмәт ҡаһарманлығы өсөн” миҙалын ала.

- Бөгөн минең өсөн иң төп һәм почетлы исем – олатай булыу, - тип йылмая производство ветераны. – Бәләкәй ейәнсәрем әлегә ниндәй һөнәр һайлауҙан йыраҡ, әлбиттә, әммә атаһы менән “Витязь”дар эшләүебеҙҙе белә. Үҫкәс беҙҙең менән ғорурланыр, тип ышанам.

Тормошта үҙ юлын тапҡан

Корпус цехы токаре Салауат Әхмәтйәнов машиналар эшләү компанияһында алты йыл эшләй. Әлегә наградалары араһында тик маҡтау грамотаһы ғына бар. Салауат һәм бригада буйынса иптәштәре уға ике йыл элек лайыҡ булған. Ул ваҡытта ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә яуаплы эш башҡарырға кәрәк була. Һәм өс кешенән торған коллектив уны уңышлы үтәп сыға. Әхмәтйәнов коллегалары менән берлектә бер нисә аҙна дауамында эштән һуң ҡалалар, ял көндәрендә лә эшкә сығалар.

- Шул осраҡтан һуң, әгәр кешеләрҙе дөйөм эш, үҙ-ара аңлашыусанлыҡ һәм яуаплылыҡ берләштерһә, барлыҡ проблемаларҙы ла хәл итергә мөмкин икәнлегенә инандым, - ти токарь. – Шулай уҡ коллективыбыҙ, ысынлап та, беҙҙең икенсе ғаиләбеҙ икәнлеген аңланым, сөнки бында барыһы ла эш өсөн борсола. Миңә таныштарым һәм дуҫтарым Себергә эшкә барырға тәҡдим итә, мин уларға тормошта үҙ урынымды таптым һәм уны алмаштырырға теләмәйем, тип яуап бирәм.

Токарь әйтеүенсә, ул оҫталығын камиллаштырыу өҫтөндә эшләйәсәк. Ә тиңләшерҙәй кешеләр бар, мәҫәлән, тәжрибәле бригадир Әмир Шиһапов Салауат менән бергә эшләй. Әмир Абдулла улы предприятиела 44 йыл хеҙмәт итә. Бер нисә йыл элек хаҡлы ялға сыҡһа ла эштән китергә уйламай.

- Мин тормошомдан ҡәнәғәт, - ти Салауат Әхмәтйәнов. – Киләсәктә тағы ла яҡшыраҡ булырына ышанам. Тиҙҙән беҙҙең тәүге сабыйыбыҙ донъяға киләсәк. Уға завод, ҡеүәтле машиналарыбыҙ һәм уларҙы эшләгән иптәштәрем тураһында һөйләйәсәкмен. Бәлки, киләсәктә бергәләп вездеходтар ҙа етештерербеҙ.

“Витязь” машиналар эшләү компанияһының матбуғат хеҙмәте фотоһы.

Завод – уларҙың икенсе йорто
Завод – уларҙың икенсе йорто
Автор:“Витязь” машиналар эшләү компанияһының матбуғат хеҙмәте.
Читайте нас: