

Машина эшләүсе предприятиелар беҙҙең сәнәғәттең төп тармаҡтарының береһе булып тора. Ишембай тармаҡтың производство ҡаҙаныштары, күп быуын инженерҙарының, квалификациялы эшселәренең, конструкторҙарының уңыштары менән ғорурланырға хоҡуҡлы. Бөгөн дә беҙҙең машина эшләүселәрҙең продукцияһын юғары сифат һәм ышаныслылыҡ билдәләй.
Ишембай заводтары маркаһы менән етештерелгән машиналар һәм ҡорамалдар республиканан ситтә лә, шул иҫәптән Рәсәйҙең эре нефть һәм газ сығарыу компанияларында, илебеҙҙең Оборона министрлығында ҙур һорау менән ҡулланыла. Киләсәктә лә беҙҙең продукцияның талап ителеренә ышанабыҙ.
Ишембайҙың машина эшләүселәрен – эшселәрҙе, инженер-техник хеҙмәткәрҙәрҙе һәм ветерандарҙы һөнәри байрамдары менән ҡотлайбыҙ! Барығыҙға ла һаулыҡ, ижади фиҙаҡәр хеҙмәт, бәхет һәм именлек теләйбеҙ!
Азат ИШЕМҒОЛОВ, Ишембай районы муниципаль районы хакимиәте башлығы.
Фото: https://vk.com/mkvityaz