- Был матур дата менән йәйге туй миҙгеле тамамлана. Шәмбегә тура килгән икенсе үҙенсәлекле дата - ул 2023 йылдың 23 декабре. Кем бөгөн законлы никахын теркәп өлгөрмәгән, ғаризалар бирергә саҡырабыҙ. Хәҙер ғаризалар Дәүләт хеҙмәте порталы аша бирелә. Был заманса, уңайлы ысул, - тине ЗАГС бүлеге начальнигы Наилә Рәхимова.
Был көндә беҙ Федотовтар ғаиләһен ҡотлап, бәхет теләнек.
- Бөгөн минең һәм ҡатыным Ксения өсөн иң бәхетле көн. Яңы ғаилә тыуҙы. Беҙ бер-беребеҙҙе ныҡ яратабыҙ, хөрмәт итәбеҙ. Бер-беребеҙҙе осратҡаныбыҙ өсөн ныҡ шатмын. Бөгөн өйләнешкәндәргә бәхет, ғаилә именлеге теләйем, - тип уртаҡлашты Илья Федотов.
Автор фотолары.