

Алаҡай ауылындағы йәшелсә-емеш баҡсаһына груша ағастары ултыртылды.
Кинйәкәй ауыл мәҙәниәт йорто һәм китапханаһы, Скворчиха ауылы мәктәбе, Алаҡай клубы хеҙмәткәрҙәре берҙәм тырышлыҡ менән Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған яугирҙар иҫтәлегенә ҡуйылған обелиск һәм һәйкәлдәр эргәһенә ултыртты.
Скворчиха ауыл биләмәһе хакимиәте үҫентеләр өсөн Маҡар урман хужалығы директоры Сәлим Хафизовҡа, уларҙы алып килтергән өсөн Даян Хәсәновҡа рәхмәт белдерә.