Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
18 Сентябрь 2023, 11:00

Ғаиләләрҙе ярҙамдарынан ташламайҙар

Беҙҙең халыҡтың күңел киңлеген мәрхәмәтлек һәм илһөйәрлек кеүек матур сифаттар билдәләй. Был бигерәк тә илдә барған киҫкен ваҡиғалар осоронда нығыраҡ күҙгә ташланды.

Ғаиләләрҙе ярҙамдарынан ташламайҙар
Ғаиләләрҙе ярҙамдарынан ташламайҙар

Районда махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яугирҙарға төрлө гуманитар ярҙам ойоштороу дауам итә. Был саранан «Урмансылыҡ менән идара итеү» дәүләт ҡаҙна учреждениеһының Маҡар урмансылығы бүлеге хеҙмәткәрҙәре лә ситтә ҡалмай. Улар мобилизация башланған көндән алып һалдаттарҙың ғаиләләрен утын менән тәьмин итә.

- Әлеге мәлдә хеҙмәттәшебеҙ – участка мастеры Азат Ә. махсус хәрби операцияла үҙ бурысын үтәй. Бөгөн яугирҙың әсәһенә өсөнсөгә утын алып барабыҙ, уны йөк машинаһына ярылған көйөнсә тейәп ҡуйҙыҡ, - тип уртаҡлашты Көҙән урмансылығының өлкән мастеры Әхмәт Лотфуллин. - Әйтергә кәрәк, Маҡар урмансылығы бүлеге ауыл Советтарының заявкаһы буйынса ҙур ярҙам күрһәтә. Минең участканан ғына ун рейс яһалды.

Һәр участка мастеры үҙенең урмансылығынан ошондай гуманитар ярҙам ойоштора. Күберәк имән, ҡайын утындарын алып барабыҙ. Учреждение хеҙмәткәрҙәре менән һөйләшкәнсе, территорияла ярылып, ҙур тоҡтарға тултырылған утынды күреп ҡыҙыҡһынып ҡуйҙыҡ. Баҡһаң, ул ошо көндәрҙә махсус хәрби операция зонаһына оҙатыласаҡ икән. Урмансыларға эйәреп, мобилизацияланған яҡташтың Әхмәр ауылында йәшәгән әсәһен барып күрҙек – беҙҙе мөләйем, алсаҡ йөҙлө инәй ҡаршы алды. Ул үҙ балаларын күргән һымаҡ ихлас ҡыуанды. Тирә-яҡ күршеләре лә шунда уҡ йыйылышты. Күренеп тора, улар Флүрә Юнир ҡыҙын иғтибарынан, ярҙамынан ҡалдырмай.

- Мин ошо ауылда тыуып үҫтем. Мәктәпте тамамлағас, Стәрлетамаҡ медицина училищеһында фельдшер бүлегендә уҡыным. Ауылға ҡайтып икеөс йыл эшләгәндән һуң, ғаилә шарттары буйынса Стәрлетамаҡ ҡалаһына күсергә тура килде. Ғүмер буйы һөнәремә тоғро ҡалдым, хаҡлы ялға сыҡҡас та эшләнем. Ни тиһәң дә, тыуған яҡ үҙенә  тарта, 2017 йылда кире ауылға ҡайттым, - тине Флүрә апай. – Улым, ҡыҙым бар. Белеүегеҙсә, улым мобилизацияланды. Шуға күрә мин, ысынлап та, ярҙамға мохтажмын. Ауылда махсус бригада бар, улар килеп утынды ташып, өйөп ҡуя. Маҡар урмансылығы бүлеге хеҙмәткәрҙәренең ярҙамынан ҡәнәғәтмен, уларға оло рәхмәтемде белдерәм.

Әхмәр ауылынан махсус хәрби операцияға барлығы алты кеше мобилизацияланған. Уларҙың тиҙерәк иҫән-һау әйләнеп ҡайтып, тыныс тормош дауам итеүен теләйбеҙ.


Автор фотолары.

Ғаиләләрҙе ярҙамдарынан ташламайҙар
Ғаиләләрҙе ярҙамдарынан ташламайҙар
Автор:Айһылыу Вахитова
Читайте нас: