Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
17 Сентябрь 2023, 11:00

Тәбиғәтте һаҡлау – уларҙың йәшәү девизы

17 сентябрь – Урман һәм ағас эшкәртеү хеҙмәткәрҙәре көнө

Тәбиғәтте һаҡлау – уларҙың йәшәү девизы
Тәбиғәтте һаҡлау – уларҙың йәшәү девизы

Был матур байрамдың да үҙ тарихы бар: ул 1966 йылда СССРҙың Юғары Советы Президиумы указы менән барлыҡҡа килгән, йыл һайын сентябрҙең өсөнсө йәкшәмбеһендә билдәләнә.

Урман һәм ағас эшкәртеү хеҙмәткәрҙәре көнө уңайынан “Урмансылыҡ менән идара итеү” дәүләт ҡаҙна учреждениеһының Маҡар урмансылығы бүлеге хеҙмәткәре Радик Хәлисов менән әңгәмәләштек.

- Беҙҙең учреждениеға ете урмансылыҡ ҡарай: Ҡолғона, Маҡар, Ишембай, Һәләүек, Үрнәк, Көҙән һәм Верхотор. Мин Ишембай урмансылығында урман күҙәтеүсеһе булып эшләйем, был өлкәлә 1997 йылдан алып хеҙмәт итәм, - тип уртаҡлашты Радик Зәйнулла улы. - Бөтәһе лә Верхотор урмансылығынан башланды. Һайлаған һөнәрем күңелемә хуш килде. Тәүҙә – урмансы, артабан урман күҙәтеүсеһе булдым. Беҙ 30 мең гектарҙан артыҡ территорияны контролдә тотабыҙ: янғын хәүефһеҙлегенә тикшерәбеҙ, халыҡты диләнкә менән тәьмин итәбеҙ. Үҙебеҙҙең янғын һүндереү станциябыҙ ҙа бар. Быйылғы эҫе миҙгелдә егеттәр менән янғын һүндереүҙә ҡатнаштыҡ. Утты ҙурға ебәрмәй, ваҡытында туҡтаттыҡ.

Радик ағай һөйләүе буйынса, иң йәнгә тейгәне – кешеләрҙең тәбиғәтте сүпсар менән бысратыуы. Был, тәү сиратта, уларҙың үҙҙәре өсөн йәмһеҙ күренеш. Урманда ҡалдырған сүптән ҡырағай кейектәр, ҡоштар һәм емеш-еләк зыян күрә. Кешеләр ошо алама ҡылығын ташлаһын ине, тигән теләген еткерҙе ул.

- Минең менән бергә эшләгән хеҙмәттәштәрем барыһы ла урманды ысын күңелдән ярата, улар тәбиғәткә һаҡсыл ҡарашта. Беҙ ағас ултыртыу менән дә шөғөлләнәбеҙ. Күберәк ҡарағай, ҡайын, имән ағастары ултыртабыҙ, - тип дауам итә һүҙен Радик Хәлисов. – Беҙҙең райондың тәбиғәте бик матур. Мәңгелек урман, тип янған яҙыусы яҡташыбыҙ – Ноғман Мусиндың тәбиғәтте һаҡларға тигән фатихаһын бер ҡасан да онотмайыҡ. Барлыҡ урмансыларыбыҙҙы байрам менән ҡотлайым, эштәрендә ҙур ҡаҙаныштарға өлгәшергә булһын.


Автор фотоһы.

Автор:Айһылыу Вахитова
Читайте нас: