Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
17 Сентябрь 2023, 09:00

Хөрмәтле урман хужалығы хеҙмәткәрҙәре һәм ветерандары!

Һеҙҙе һөнәри байрамығыҙ менән ҡайнар ҡотлайым!

Хөрмәтле урман хужалығы хеҙмәткәрҙәре һәм ветерандары!
Хөрмәтле урман хужалығы хеҙмәткәрҙәре һәм ветерандары!

Башҡортостан территорияһының яртыһын тиерлек урмандар биләй һәм ул республиканың төп милли байлыҡтарының береһе булып тора. Урман биләмәләре – Ишембай районы өсөн дә мөһим тәбиғи ресурс. Урман беҙгә ағас ҡына түгел, ә саф һауа, йылға-күлдәребеҙҙең таҙалығын бирә, үҙенең матурлығы һәм хозурлығы менән һөйөндөрә. Шуға күрә илебеҙҙең йәшел байлығына һаҡсыл мөнәсәбәт – һәр ишембайлының бурысы.

Урман тармағы – бик күп быуындар тәжрибәһе, атай-олатайҙарыбыҙ һалған йолалар, урман әҙерләүселәр һәм ағас эшкәртеүселәрҙең тырыш хеҙмәте ул. Тармаҡ милли байлығыбыҙҙы тергеҙеүселәрҙе, урман ҡараусыларҙы, уны янғындарҙан һәм ҡоротҡостарҙан һаҡлаусыларҙы ла берләштерә.

Муниципаль райондың урман хужалығында үҙ эшенә тоғро булған, тәжрибәле урмансылар һәм урман сәнәғәтселәре эшләй. Байрамығыҙ алдынан һеҙгә һәм тармаҡ ветерандарына ныҡлы һаулыҡ, бәхет һәм именлек теләйем. Изге эшегеҙҙә артабан да уңыштар юлдаш булһын!

 

Азат ИШЕМҒОЛОВ, Ишембай районы муниципаль районы хакимиәте башлығы.

 

Фотолар редакция архивынан һәм https://vk.com/public219336246

Хөрмәтле урман хужалығы хеҙмәткәрҙәре һәм ветерандары!
Хөрмәтле урман хужалығы хеҙмәткәрҙәре һәм ветерандары!
Хөрмәтле урман хужалығы хеҙмәткәрҙәре һәм ветерандары!
Хөрмәтле урман хужалығы хеҙмәткәрҙәре һәм ветерандары!
Хөрмәтле урман хужалығы хеҙмәткәрҙәре һәм ветерандары!
Хөрмәтле урман хужалығы хеҙмәткәрҙәре һәм ветерандары!
Автор:
Читайте нас: