+10 °С
Ямғыр
Хәрбиҙәрҙең әсәйҙәре Рима менән Рәмзиә, береһенең ҡатыны Залина ла саҡырыуҙы ҡабул итеп, сарала ихлас ҡатнашты.
- Туған мәктәбемде һағынып килдем, ҙур тулҡынланыу кисерәм, - тип шатлығы менән уртаҡлашты Ю.Х.
Ул уҡыусыларҙы тыныс тормоштоң ҡәҙерен белергә, ата-әсәләрҙең һүҙенән сыҡмаҫҡа өндәне. Яу яланында үҙе менән бергә йөрөткән ҡурайында моңло башҡорт халыҡ көйҙәрен уйнап күрһәтте.
Яугир Ф.К. балаларға белемгә ынтылып, оҡшаған һөнәргә эйә булып, тырышып йәшәүҙәрен теләне. Үҙе белем алған мәктәбенә, уҡытыусыларға оло рәхмәтен, ихтирамын еткерҙе. Балалар, үҙ сиратында, дәртле йырҙар аша рәхмәттәрен, ғорурлыҡ хистәрен белдерҙе.